ҒАЙСА ХӨСӘЙЕНОВ (1928)
Ғилми хеҙмәткәрлеге, ижады хаҡында
355.02K
Category: biographybiography

Ғайса Хөсәйенов (1928)

1. ҒАЙСА ХӨСӘЙЕНОВ (1928)

2.

Филология
фәндәре докторы,
профессор, Башҡорт Фәндәр
академияһы академигы, ғалим һәм
языусы Ғайса Батыргәрәй улы
Хөсәйенов 1928 йылдың 10
апрелендә Башҡортостандың
Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән
ауылында тыуа.

3. Ғилми хеҙмәткәрлеге, ижады хаҡында

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов —
йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң
профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит
мәҡәләһе 1949 йылда “Әҙәби
Башҡортостан” журналында баҫылып
сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р.
Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим,
М.Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар
яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми
етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте
тарихының алты томлығы сыҡты

4.

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән
хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов
Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм
миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим
Башҡортостан Республикаһы (1976)
һәм Рәсәй Федерацияһының (1989)
атҡаҙанған фән эшмәкәре. “Заман.
Әҙәбиәт. Әҙип” тигән китабы өсөн уға
1980 йыл республикабыҙҙың Салауат
Юлаев исемендәге премияһы бирелде.

5.

Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн
программалар, дәреслектәр,
хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың
һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла
ҙур эшсәнлек күрһәтә.
Ғ. Хөсәйенов проза өлкәһендә лә
эшләй. Бигерәк тә тарихи проза
өлкәһендә ижады емешле. Әҙип
“Ҡанлы илле биш” романын, “Алдар
батыр Ҡиссаһы”, “Пугачев
фельдмаршалы” повестарын яҙҙы.

6.

Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә
актив ҡатнаша. Ул — Башҡортостан
Яҙыусылар союзы идараһы,
тәнҡитселәр һәм шағирҙар
секцияларының бюро, “Ағиҙел”,
“Башҡортостан уҡытыусыһы”,
“Ватандаш”, “Йәдкәр” журналдарының
редколлегия, Салауат Юлаев
исемендәге республика премияһы
комиссияһы ағзаһы.
1956 йылдан бирле Яҙыусылар союзы
ағзаһы.
English     Русский Rules