Similar presentations:
Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл
1. Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл
2.
15 март көнө халҡыбыҙҙың олуғ улы,башҡорт һәм, ғөмүмән, төрки
донъяһы фольклористикаһында
күренекле урын яулаған филология
фәндәре докторы, М. Аҡмулла
исемендәге Башҡорт дәүләт
педагогия университеты профессоры,
Рәсәйҙең Гуманитар фәндәр
академияһы академигы Әхмәт
Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл
3. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов 1939йылдың 15 мартында Бөрйән
районының Нәби ауылында тыуған.
4. Әхмәт Сөләймәновтың атаһы Мөхәмәтвәли
5. Әхмәт Сөләймәновтың үҫмер сағы
6. 1958 -1961 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт
7. Йәш студенттар
8.
Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы башҡорт әҙәбиәтғилеме белгесе, фольклорсы, йәмәғәт
эшмәкәре. Филология фәндәре докторы, профессор.
Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы
хоҡуҡлы ағзаһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең
Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев
премияһы лауреаты һәм Салауат Юлаев
ордены кавалеры.
9.
Абруйлы ғалим республикала үткәрелгәнбихисап мәҙәни сараларҙа
баһалама комиссияларына етәксе итеп билдәләнә..
10.
Республика йәмәғәтселегенең Әхмәт ағай Сөләймәновтыңхеҙмәтен баһалауы уның абруйлы шәхес булыуы хаҡында
һөйләй
11. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов- ғалим-фольклорист, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновғалим-фольклорист, филология фәндәре докторы, профессор,Рәсәй Гуманитар Фәндәре академияһының академигы, Рәсәйҙең
һәм БР – ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың
мәғариф алдынғыһы, Яҙыусылар союзы ағзаһы,
Республикабыҙҙың С.Юлаев һәм Ж.Кейекбаев, М.Аҡмулла
премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены эйәһе,
районыбыҙҙың Маҡтаулы гражданины.
12.
• 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетыныңфилология факультетын тамамлағас, тыуған
ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Университетта уҡыу йылдарында уҡ ғилми эшкә
ылыҡҡан егет тиҙҙән аспирантураға саҡырыу ала.
1972 йылдан башлап БДУ-ла башҡорт әҙәбиәте
һәм фольклоры кафедраһында уҡытыусы,
доцент. 1991 йылдың ғинуарынан — Тарих, тел
һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт
бүлеге мөдире. 2006 йылдан Мифтахетдин
Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия
университетының башҡорт әҙәбиәте һәм
мәҙәниәте кафедраһы профессоры.
13. Студенттар менән
14.
15. Ғаиләһе менән
16. Ғалимдың бер туған ағаһы Зәки Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың бағышлау шиғырҙарынан. Ҡустыма…
“Ҡустың матур тиҙәр”-ҡатын-ҡыҙҙарИр-заттарын, ахыры, беләләр.
“Миңә оҡшағанға шулай ”-,тиһәм ,
Рәхәтләнеп минән көләләр.
******
Сәстәреңә салдар иртә төштө
Ҡайғыларҙы әллә күп күрҙең.
Әллә инде бер үк ҡайғыларҙы
Тәрәнерәк минән кисерҙең.
******
Йәй көндәре ялға сығыу менән,
Ашығалар күптәр диңгеҙгә.
Һин ҡайтаһың тыуған ауылыңа,
Рәнйемәҫ, тип, диңгеҙ минһеҙ ҙә.
Уйлайҙарҙыр: тәбиғәткә сумып
Ял итә, тип,Әхмәт Бөрйәндә
Ултыраһың яҙмаларға сумып
Нисә тапҡыр барып инһәң дә.
17.
Һин иртәсел.Өлгөрәһең.Шуға хур булып
Йөрөмәйһең.
Китһәң дә ауылдан,
Юғалманың оло ҡалала.
Һин ауылға юлды онотманың,
Ауылдаштар һине табалар.
Барғандарға –һинән яҡты сырай,
Йылы урын.Ярҙам кәрәкһә.
Ҡыуанышып улар ҡайтып китә,
Әхмәтегеҙ бар,тип,терәккә.
Мохтаждарға изгелектәр ҡылыуҺинең өсөн үҙе ҙур бәхет.
Кешеләрҙән”рәхмәт”һүҙе алыу
Хандар меналмаған ҙур тәхет.
18.
Әхмәт Сөләймәнов 1991 йылда М. В. Ломоносовисемендәге Мәскәү дәүләт университетында
филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә
докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ғалим 18 томдан торған «Башҡорт халыҡ ижады»
серияһын әҙерләп нәшер итеүҙә турана-тура
ҡатнаша. Ул шулай уҡ фундаменталь хеҙмәттең
урыҫ телендә сыҡҡан баҫмаһының өс томын
әҙерләүсе. Был эше өсөн башҡа авторҙар менән бер
рәттән Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ
булды.
Ул 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 30-ҙан
артыҡ монография, мәктәп уҡыусылары һәм юғары
уҡыу йорттары студенттары өсөн 40-тан артыҡ
уҡыу әсбабы һәм уҡыу-иетодик ҡулланма авторы.
19.
20.
• Халыҡ ижадын, уны ғилми яҡтан өйрәнеүҙәӘхмәт Сөләймәновтың башҡарған эше
сикһеҙ. Һәр саҡ эҙләнеүсән, баҫалҡы ғалим,
Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин
Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт
педагогия университеты, Заһир Исмәғилев
исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы
студенттары — кешелекле уҡытыусы булараҡ
хәтеребеҙҙә уйылып ҡаласаҡ. Ғалимыбыҙ
Башҡортостан мәҙәниәте буйынса
дәреслектәр авторы ла Башҡортостан һәм
Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы ла булды.
Әхмәт Сөләймәновты белгән һәр кеше иң
тәүҙә уны итәғәтлелеге һәм ихласлығы өсөн
хөрмәт, ихтирам итә ине...
21. Яратҡан уҡытыусыбыҙ, изге күңелле остазыбыҙ, халҡыбыҙҙың аҫыл улы, алтынға бәрәбәр замандашыбыҙ, арҙаҡлы ғалимыбыҙ Әхмәт
Сөләймәновяҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Кешелекле, изге кунелле, рәхмәтле зат булараҡ
күптәребеҙ күңеленә һеңеп ҡалған ул.
2016 йылдың 21 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды