Similar presentations:
Ұлы Отан соғысы туралы кітаптар
1.
2. Йөрәктәрҙе әрнетерлек йылдар яраһы
Ғәҙелгәрәй ауыл китапханаһыКонкурс: “Иң яҡшы виртуаль китап күргәҙмәһе”
Йөрәктәрҙе әрнетерлек йылдар
яраһы
3.
Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдәБер битеңдә моңһоу ай һаман!
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама…
(М.Кәрим)
4.
Һуғыш! Ҡәһәрле был һүҙҙе ишетеү менән йөрәктәр ҡыҫыла, меңәрләгән әсәләрҙеңкүҙ йәше күңелде өтөп ала, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы мейеләрҙе телеп
үткәндәй. Ғәзиз иле, ата-әсәһе, балалары, бөтә кешелек өсөн йәнен аямай ут эсенә
ташланған яугирҙәр күҙ алдынан үтә. Бөйөк Ватан һуғышының шанлы йылдары
алыҫайған һайын яу ҡырҙарында үлемһеҙ ҡаһарманлыҡтар күрһәткән яугирҙәр беҙгә
ҡәҙерлерәк була бара. Ватаныбыҙҙың азатлығы, беҙҙең бәхетле киләсәк өсөн улар
боҙҙай һыуыҡ окоптарҙа күпме төн үткәрҙе, ғәрәсәтле меңәрләгән саҡрым араны арыуталыуһыҙ йәйәү үтте, дошман менән боғаҙға-боғаҙ алышты, аҙым һайын үлем менән
күҙгә-күҙ осрашты. Һәм еңеүсе булып, үҙҙәрен мәңгелек данға күмеп, тыуған яҡтарына
ҡайтты. Бик күптәр һуғыш яландарында мәңгелеккә ятып ҡалды...
5.
Башҡорт әҙәбиәтендә һуғыш әҫәрҙәре айырыуса ҙур, мөһим урын алып тора.Тиҫтәләгән романдарҙы, йөҙләгән повестарҙы һәм хикәйәләрҙе, меңләгән иҫтәлектәрҙе
һәм шиғырҙарҙы бергә туплаһаң, моғайын да, йөҙ томлыҡ әҙәбиәт йыйналыр ине.
6. Тыуған ергә еңеп ҡайтырмын мин, Үтеп ошо һуғыш юлдарын!
7.
Подвиги их – бессмертны[Текст]:Справочник/авт.- сост. Р.А.
Валишин, А.М. Бакирова, Т.Г.
Динисламов и др. – Уфа: Китап, 2015. 568 с.
Был белешмәлә Советтар Союзы
һәм Дан ордены тулы кавалеры
исеменә лайыҡ булған
Башҡортостан яугирҙәре тураһында
мәғлүмәттәр тупланған.
8.
Они вернулись с Победой.[Текст] Списки военнослужащих,
вернувшихся живыми с Великой
Отечественной войны 1941-1945 гг.
– Уфа: Китап, 2001, - 656 с.
Был китапта Бөйөк Ватан
һуғышынан иҫән ҡайтҡан
Башҡортостан һуғышсыларының
исемлеге тупланған.
9. Ҡоростар иреп янды – беҙ яҙманыҡ
10.
Еңеүҙең йәшел төҫө. В погонах ибез погон [Текст] - Өфө: Китап, 1996.
– 400 бит.
Йыйынтыҡҡа фронтовик
журналистарҙың очерктары,
иҫтәлектәре, улар хаҡында
һүрәтләмәләр тупланған.
11.
Атайҙар менән бер сафта [Текст] /Өфө: Китап, 2010. – 160 бит.Был йыйынтыҡҡа Бөйөк Ватан
һуғышында немец-фашист
илбаҫарҙарына ҡаршы, өлкәндәр менән
бер сафҡа баҫып, аяуһыҙ көрәш алып
барған герой пионерҙар хаҡында.
12.
Ильясов С. М. [Текст] : Яраһаҙяралары. - Өфө: Китап, 2010. – 48
бит.
С. Ильясовтың яҙмаларында
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны
Вәлиәхмәт Ғәйнуллиндың Башҡорт
кавалерия дивизияһы составында
үткән хәрби юлы тасиурлана. Аталыуллы һуғышсыларҙың яу яланында
осраҡлы рәүештә тап булышыуҙарыһирәк күренеш.
13.
Ҡотлогилдина З. С. Һуғышяралаған бала саҡ [Текст] :
документаль публицистика / Зөһрә
Ҡотлогилдина . – Өфө: Китап, 2015. –
356 бит.
Был китапта Башҡортостандың 30-ҙан
ашыу район һәм ҡалаларында,
Ҡаҙағстанда, Татарстанда һәм Һамар
өлкәһендә йәшәгән тыл
ветерандарының иҫтәлектәре
тупланған. Еңеү өсөн ҡаһармандарса,
үҙ- үҙҙәрен аямай эшләгән, аслыҡтан,
яланғаслыҡтан интекһәләр ҙә, барыһы
ла фронт өсөн тип тырышҡан оло
быуын кешеләренең хәтирәләре
китапта урын алған.
14.
Һуғыш балалары – тарих яралары[Текст]:хәтирәләр, иҫтәлектәр. Өфө:
Китап, 2010. -244 бит.
Авторҙың был китабында Бөйөк
Еңеүҙең 65 йыллығына 65 тыл
ветеранының Бөйөк Ватан һуғышы
йылдарында тылдағы бөтә
ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә күтәргән
ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың
иҫтәлек-хәтирәләре тупланған.
15.
Кеше яҙмышы [Текст]: прозайыйынтығы/(төҙөү С. Н. Шәрипов). Өфө : Китап, 2015.- 236 бит.
Был китапҡа киң билдәле
яҙыусыларҙың: Б. Васильев, М.
Шолохов, Т. Ғиниәтуллин, В. Быков,
Н. Илюмжинов, С. Айтматовтың
башҡортсаға тәржемәлә Бөйөк Ватан
һуғышы темаһына арналған әҫәрҙәре
тупланған.
16.
Сәмихов Х. И. Порт-Артур юлы[Текст]: повесть. - Өфө: Китап, 2009
– 88 бит.
Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны,
Японияға ҡаршы көрәштә
ҡатнашҡан яугир, күренекле
журналист Хәмит Сәмиховтың
әҫәрендә Башҡортостан егеттәренең
Ватан азатлығы хаҡына күрһәткән
ҡаһарманлығы сағылдырыла.
17.
Хужин Ф. М. [Текст] Дошманҡорал, беҙ ихтыяр менән алдырҙыҡ.- Өфө: Китап, 2010. – 40 бит.
Был китапта Фәйруша
Мөхәмәтша улының фронт йылдары
хаҡындағы иҫтәлектәре тупланған.
Вафат булыр алдынан, 1973-1974
йылдарҙа, ул төндәрен ултырып
ҡалын дәфтәргә шул дәһшәтле
йылдар тураһында хәтирәләрен яҙа.
18.
Миллионланған ҡорбандар ашаяуланған Еңеү көнө беҙҙән
алыҫлашһа ла, уның мәртәбәһе һәм
абруйы арта ғына бара. Халыҡ
хәтере мәңгелек – балаларҙы етем
иткән, ҡатындарҙы тол
ҡалдырған,ғәзиз улдарын юғалтҡан
әсәләрҙе ҡан илатҡан был ҡәһәрле
һуғыш, миллиондарса кеше
ғүмерҙәре менән яулап алынған
еңеү оноторлоҡ түгел.
19.
Ҡырҡ биштең яҙ башынаЙырағайһа ла ара,
Еңеү көнөнөң ҡәҙере
Кәмемәй, арта бара.
(Ә. Атнабаев)
20.
21.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!Китапханасы: Сирбаева Гөлфиә