Similar presentations:
Виртуаль китап күргәҙмәһе
1. Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы Бөрйән районы Культураның муниципаль бюджет ойошмаһы «Бөрйән үҙәкләштерелгән библиотек
Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы Бөрйән районыКультураның муниципаль бюджет ойошмаһы «Бөрйән үҙәкләштерелгән
библиотека системаһы»
Әтек ауыл бибилиотекаһының
виртуаль китап күргәҙмәһе
2. Инеш һүҙ
Һыҙылып ҡына таң ата... Бар донъя уяна. Ошо миҙгелдә ҡояш бөтә тирә - яҡтынаҙлап ҡына иркәләй. Япраҡтарҙағы, үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ынйы булып
күҙ яуын үҙенә йәлеп итә. Сәскәләр еҫе аңҡый. Рәхәтләнеп күкрәгеңде киңәйтеп тын
алаһың, ниндәй рәхәт. Ошондай гүзәллекте, сафлыҡты бөтә кеше күрә белә микән!?
Был миҙгелде туҡтатып була микән!? Ағастар, әйтерһең бер-береһен сәләмләй,
талғын ғына баш ҡағалар.
Башҡортостан тәбиғәте бик бай, ләкин уның ҡалын урмандары, мул һыулы
йылғалары, зәңгәр күлдәре яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.
Тәбиғәтте ысынлап та яратҡан, киләсәк быуындар алдында яуаплылыҡ тойған һәр
кеше тыуған еребеҙ күркен һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш.
Тыуған яҡ күгендә йондоҙҙар
Тоноҡланһа бер көн, нишләрмен.
Әгәр ҙә ҡороһа һуңғы тал,
Серемде кемдәргә һөйләрмен?
Һандугастар биҙһә баҡсамдан,
Ят күрһә еремде торналар,
Нишләрмен, кипһәләр күлдәрем,
Ҡороһа сәскәле урмандар?
Турғайҙар осмаһа бейектә,
Тоҙланһа саф һыулы шишмәләр,
Һайыҡһа илемдә йылғалар,
Киләсәк быуындар нишләрҙәр?
3. Тссс...Был нимә? Ниндәй тылсымлы тауыш ишетелә? Сут-сут, сут-сут...Һандуғас... Ҡайындарға баҫып, сәңгелдәктәге бала һымаҡ, талғын ғына тирбәлә
Тссс...Был нимә? Ниндәй тылсымлы тауыш ишетелә? Сут-сут, сут-сут...Һандуғас... Ҡайындарғабаҫып, сәңгелдәктәге бала һымаҡ, талғын ғына тирбәлә торған һандуғастар, ишетелер-ишетелмәҫ
кенә шылтыраған һыу тауыштарына ҡушылып һайрайҙар, һоҡланып туймаҫлыҡ матур тәбиғәт
музыкаһы төҙөйҙәр.
Йәғәфәрова Айһылыу
Һандуғас моңо. Әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар.Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2001.- 176
бит.
Был китапҡа билдәле әҙибәнең әкиәттәре, хикәйәләре
һәм драма әҫәрҙәре индерелде. Әҫәрҙәрҙә яҡшылыҡ
менән яуызлыҡ, яманлыҡ менән матурлыҡ, ил-ергә
тоғролоҡ кеүек мәңгелк темалар үҙенсәлекле кәүҙәләнә.
Янышев Фәнис
Көрмөт һандуғасы=Курмутский соловей: әкиәттәр,
хикәйәләр-Өфө: Китап, 2016.- 152
Билдәле яҙыусы Ф.Янышевтың был китабында башҡортһәм рус
телдәрендә төрлө йәнлектәр, ҡоштар, бөжәктәр, үлән-сәскәләр
донъяһы тураһындағы гүзәл тәбиғәтебеҙ тормошон
сағылдырған мауыҡтырғыс әкиәт, хикәйәләре тәҡдим ителә.
Мөғжизәгә, серле мажараларға бай әҫәрҙәр уҡыусылар
күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ.
4. Кеше- тәбиғәт балаһы. Тирә-яҡ мөхиттең саҡ ҡына үҙгәреүе лә беҙҙең йәшәйешебеҙгә, һаулығыбыҙға ҙур тәьҫир яһай.
Тимерханов И.Х.Урман кешеһенең алтыны: әкиәттәр,
хикәйәләр, шиғырҙар- Өфө: Китап, 2016216 бит.
Был китапҡа тупланған әкиәт, хикәйә, шиғыр
һәм һүрәтләмәләрҙә автор уртаҡ йортобоҙ
булған тәбиғәтте өйрәнергә, аүларға, яратырға,
һаҡларға, тирә-яҡ мөхит менән килешеп
йәшәргә саҡыра
Ниғмәтуллин Р.Х.
Урланған урман: хикәйәт, хикәйәләр,
әкиәттәр.- Өфө:Китап, 2011.- 132бит.
Шағирҙың балаларға бағышланған әҙәби
мираҫы һығылмалы тел менән ижад ителгән.
Мифик новеллаға тартым йөкмәткеле әҫәрҙәрҙә
һәр кемгә аңлайышлы һәм яҡын темалар
яҡтыртыла.
5. Төйәгебеҙ ғәжәп бай бит ул: үҙ халҡын тәьмин итерлек еләк-емеше, ҡош-ҡорто, кейек-йәнлеге, балығы, йорт-ҡаралта булыр ағасы, файҙалы ҡаҙылмал
Төйәгебеҙ ғәжәп бай бит ул: үҙ халҡын тәьмин итерлек еләк-емеше, ҡош-ҡорто,кейек-йәнлеге, балығы, йорт-ҡаралта булыр ағасы, файҙалы ҡаҙылмалар –
һәммәһен һанап бөтөү мөмкин түгел…
Яхин Ф.М.
Айыу батша һәм башҡалар: әкиәттәр.- Өфө: Китап, 2011.80 бит.
Тимерханов И.Х.
Юлбарыҫлан: әкиәттәр, хикәйәләр.- Өфө: Китап, 2011.168 бит.
Флүр Яхин тормоштағы етешһеҙлектәрҙе, йәмһеҙ
күренештәрҙе әкиәт теле менән асып һалған, уларҙа сатирик
һәм юмористик сатҡылар сағылып ҡала. Әкиәт геройҙары
беҙҙең арала йәшәй: бабай һыйыр һауа, ҡоймаҡ ҡоя, бәлеш
бешерә, һарыҡ һөйләшергә өйрәнә, айыу батшалыҡ итә һ.б.
Автор ҡыҙыҡлы образдар тыуҙырырға ирешкән. Китап киң
ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.
И.Тимерханов был китабында бөжәктәр, балыҡтар, ҡоштар,
йәнлектәр доъяһындағы, кескәй балалар тормошондағы,
ғөмүмән, тирә-йүндәге мажараларҙы мауыҡтырғыс итеп
тасуирлай. Уның геройҙары эскерһеҙ, бер ҡатлы, изге күңелле
йән эйәләре.
Авторҙың үҙенсәлекле, фантазияға бай әкиәттәре, ҡыҙыҡлы
һәм фәһемле хикәйәләре барығыҙҙыңда күңеленә хуш килер
тип ышанабыҙ.
6. Бүреләр өйөрө
Бүреләр Хәкимде, әлбиттә, тәүҙә Таллыҡҡакеретмәне. Ҡарауылда торғаны, кеше еҫе
һиҙеп, ырылдап ҡуйҙы. Уның ҡырыҫ тауышын
ишетеп, ҡалғандары ла баш ҡалҡытты….
****************************************
Ултырғайны Хәйбүш «кәмәгә»
Ауыл
ситендәге оло быуаға малайшалайҙар кәритә алып килеп, ситтәренән ике
аяҡтарын һәлендереп ултырала ҙа, ҡулдары
менән ишеп, кәмәлә барған кеүек йөҙөп
уйнайҙар. Ағас ялғаштар юҡ хәҙер. Бөтәһенеке
лә ҡалай кәритә….
****************************************
Ғәптерәй ҡасҡын тота
Участка инспекторы Ғәптерәй, ҡасҡын Хәким
Өфөнән таллыҡҡа ҡайтҡас, шул яҡтан күҙен
алманы. Бер нисә мәртәбә урман ауыҙына
килеп, һағалап ултырҙы. Тик ҡасҡындың
Таллыҡтан аҡланға сыҡҡаны күренмәне….
Тимерханов И.
Тал-тирәктәр ҡуйынында: Әкиәт.- Өфө: Китап,
2006.- 172 бит.
Илдус Тимерханов үҙенсәлекле балалар яҙыусыһы. Ул
хайуандар, кейектәр тураһында әкиәттәр, балалар
тормошо хаҡында хикәйәләр яҙа. Унда ваҡиғаларға,
ғәҙәттә,
бала
күҙлеге
аша
баһа
бирелә.
Авторҙың геройҙары бер ҡатлы, ихлас. Улар йыш ҡына
хаталан, бәләгә тарый, әммә барыбер үҙҙәренең тәүге
маҡсаттарныа тоғро ҡала.