Similar presentations:
Башҡорт теле дәрестәрендә «Лексикология» бүлеген өйрәнгәндә проект эшмәкәрлеген ҡулланыу методикаһы»
1.
РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫЮҒАРЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
«М. АҠМУЛЛА ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ»
БАШҠОРТ ФИЛОЛОГИЯҺЫ ФАКУЛЬТЕТЫ
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы
Йүнәлеш: 44.03.01 Педагогик белем биреү
Профиль: Туған (башҡорт) теле, әҙәбиәте һәм
рус теле, әҙәбиәте
V курс
ТӨХВӘТУЛЛИНА ГҮЗӘЛИӘ ӘНӘС ҠЫҘЫ
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ «ЛЕКСИКОЛОГИЯ» БҮЛЕГЕН
ӨЙРӘНГӘНДӘ ПРОЕКТ ЭШМӘКӘРЛЕГЕН ҠУЛЛАНЫУ
МЕТОДИКАҺЫ»
СЫҒАРЫЛЫШ КВАЛИФИКАЦИЯ ЭШЕ
Ғилми етәксе: п.ф.к., өлкән уҡытыусы
Дәүләтҡолова Г.Ш.
Өфө 2025
2. Сығарылыш квалификацион эштең структураһы
ИНЕШ1-СЕ БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ «ЛЕКСИКОЛОГИЯ» БҮЛЕГЕН
ӨЙРӘНГӘНДӘ ПРОЕКТ ЭШМӘКӘРЛЕГЕН ҠУЛЛАНЫУҘЫҢ ТЕОРЕТИК НИГЕҘҘӘРЕ
1.1. Фән булараҡ башҡорт теленең лексикологияһы
1.2. Мәктәптә проект эшмәкәрлеге
1.3. «Башҡорт теле» предметы буйынса проект эшмәкәрлеген ойоштороу
2-СЕ БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ «ЛЕКСИКОЛОГИЯ» БҮЛЕГЕН
ӨЙРӘНГӘНДӘ ПРОЕКТ ЭШМӘКӘРЛЕГЕН ҠУЛЛАНЫУҒА МЕТОДИК ТӘҠДИМДӘР
2.1. Башҡорт теле дәрестәрендә проект эшмәкәрлеге ойоштороуҙың предмет-үҫтереү сараһы
2.2. Башҡорт теле дәрестәрендә «Лексикология» темаһы буйынса проект эшмәкәрлеге
ЙОМҒАҠЛАУ
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
ҠУШЫМТА
3. Теманың актуаллеге
Сығарылыш квалификация эшетемаһының актуаллеге белем биреү
процесына заманса талаптар менән
бәйле, улар уҡыусыларҙа белемде генә
түгел, ә үҙ аллы эшләү күнекмәләрен,
тәнҡитле фекерләү һәм предметтарҙы
өйрәнеүгә ижади ҡараш булдырыуға
йүнәлтелгән.
4. Гипотеза
Тикшеренеү гипотезаһы буйынса,лексикологияны өйрәнгәндә башҡорт теле
дәрестәрендә проект эшмәкәрлеген индереү уҡыу
материалын үҙләштереү кимәлен, уҡыусыларҙың
предметҡа ҡыҙыҡһыныуын һәм уларҙың
коммуникатив күнекмәләрен үҫтереүгә булышлыҡ
итә. Бындай алым лексикологик теманы тәрәнерәк
аңлауҙы тәьмин итер һәм уҡыусыларҙың алған
белемдәрен практикала ҡулланырға мөмкинлек
бирер, был үҙ сиратында уҡытыу сифатын һәм
туған телде өйрәнеүгә мотивацияны арттырыр,
тип күҙаллана.
5. Теоретик нигеҙ
Сығарылыш квалификацион эшебеҙҙең лексикологияҡараған теоретик нигеҙҙәрен башҡорт лексикологияһын
өйрәнеүсе олуғ ғалимдарыбыҙ, тел белгестәре
Ж.Ғ. Кейекбаев, З.Ғ. Ураҡсин, М.Х. Әхтәмов, Р.З. Шәкүров,
Ф.Ғ. Хисаметдинова, М.Ғ. Усманова, Л.М. Хөсәйенованың
хеҙмәттәре,
дәрестәрҙә проект методын ҡулланыу алымдары нигеҙҙәрен
И.С. Сергеев, Л. В. Байбородова, М.И. Баһауетдинова,
М.С. Дәүләтшина, З.М. Ғәбитова, С.А. Таһирова хеҙмәттәре
тәшкил итә.
6. Сығарылыш квалификация эшенең маҡсаты
Башҡорт теле дәрестәрендә «Лексикология»бүлеген өйрәнгәндә проект эшмәкәрлеген
ҡулланыу методикаһын тикшереү һәм
нигеҙләү.
7. Сығарылыш квалификация эшенең бурыстары
• тема буйынса фәнни-методик, лингвистикәҙәбиәткә байҡау яһау, фән булараҡ башҡорт
теленең лексикологияһын өйрәнеү;
• мәктәптә проект эшмәкәрлеге алымы һәм
проект эшенә арналған фәнни-методик
ҡулланмалар, мәҡәләләр менән танышыу;
• башҡорт теле дәрестәрендә «Лексикология»
бүлеген өйрәнеүҙә проект эшмәкәрлеген
өйрәнеү.
8. Практик әһәмиәте
Башҡорт теле уҡытыусылары өсөнуҡытыу процесында проект
эшмәкәрлеген методик тәҡдимдәр
менән байытыу. Сығарылыш эше
уҡытыусыларға, стандарт талаптарын
бойомға ашырыуҙа, дәрестәрҙе яңыса
ойоштороуҙа ҙур ярҙам булып торасаҡ.
9. Тикшеренеү объекты һәм предметы
Объект: Мәктәп системаһында башҡорттелен уҡытыу процесы.
Предмет: башҡорт теле дәрестәрендә
лексикологияны өйрәнеүҙә педагогик ысул
булараҡ проект эшмәкәрлеге.
10. Сығарылыш квалификация эшенең тикшеренеү методтары
• теоретик (ғалимдарҙың һәм тәжрибәлеуҡытыусылырҙың эштәрен өйрәнеү);
• практик-эксперименталь (мәктәптә
практика үткәндә проектлау
технологияһын уҡытыуҙа ҡулланыу).
11. I БҮЛЕК. Башҡорт теленең «Лексикология» бүлеген өйрәнгәндә проект эшмәкәрлеген ҡулланыуҙың теоретик нигеҙҙәре
I БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ«ЛЕКСИКОЛОГИЯ» БҮЛЕГЕН ӨЙРӘНГӘНДӘ
ПРОЕКТ ЭШМӘКӘРЛЕГЕН ҠУЛЛАНЫУҘЫҢ
ТЕОРЕТИК НИГЕҘҘӘРЕ
1.1. Фән булараҡ башҡорт теленең
лексикологияһы.
1.2. Мәктәптә проект эшмәкәрлеге.
1.3. «Башҡорт теле» предметы буйынса
проект эшмәкәрлеген ойоштороу.
12. Проект эшмәкәрлеге – уҡыусыларҙың айырым бурыстарҙы йәки проекттарҙы үтәргә, билдәле бер теманы йәки проблеманы өйрәнеүгә
йүнәлтелгән эш формаһы.13.
14. Проект эшмәкәрлегенең дидактик принциптары
актив уҡыу принцибы – уҡыусылар проект процесында актив ҡатнаша, үҙ
идеяларын һәм фекерҙәрен белдерә. Был принцип уҡыу мотивацияһын
арттыра.
индивидуализация принцибы –
проект эшмәкәрлеге һәр уҡыусының
ҡыҙыҡһыныу юлдарын, һәләттәрен һәм үҫеш мөмкинлеген үҙ эсенә ала, шул
уҡ ваҡытта тулы процесс уңышлы үтеүгә шарттар бирә.
кооперация принцибы – уҡыусылар бер-беренә ярҙам итеп, командала эшләп,
социаль һәләттәрен үҫтерә. Улар тиң ҡатнашыу, һәм проблема сисеү өсөн
бергәләп эшләй.
дисциплина-ара интеграция принцибы – проекттар күп предметтарҙы һәм
дисциплиналарҙы берләштерә, шул арҡала уҡыусыларҙың интеграция
ҡараштарын формалаштыра.
практик ҡараш принцибы – проект эшмәкәрлеге реаль тормоштағы
мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә, шул уҡ ваҡытта теоретик белемде
лә үҫтерә.
15. II БҮЛЕК. Башҡорт теле дәрестәрендә «Лексикология» бүлеген өйрәнгәндә проект эшмәкәрлеген ҡулланыуға методик тәҡдимдәр
II БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ«ЛЕКСИКОЛОГИЯ» БҮЛЕГЕН ӨЙРӘНГӘНДӘ
ПРОЕКТ ЭШМӘКӘРЛЕГЕН ҠУЛЛАНЫУҒА
МЕТОДИК ТӘҠДИМДӘР
2.1. Башҡорт теле дәрестәрендә проект эшмәкәрлеге
ойоштороуҙың предмет-үҫтереү сараһы
2.2. Башҡорт теле дәрестәрендә «Лексикология»
темаһы буйынса проект эшмәкәрлеге
16. «Башҡорт йолалары» темаһына проект
17. Проекттар бер нисә предметты берләштерә ала, мәҫәлән, тарих, сәнғәт һәм башҡорт теле. «Башҡорт музыкаль мәҙәниәте» проекты
халыҡмузыка ҡоралдарын өйрәнеүҙе, башҡорт телендә
йырҙар башҡарыуҙы һәм презентация төҙөүҙе үҙ
эсенә ала, был уҡыусыларҙың белемдәрен
интеграциялау мөмкинлеген бирә.
18. Проект төрҙәре
• эҙләү проекты – төп иғтибар бирелгән тема буйынса мәғлүмәтйыйыуға һәм эҙләүгә бирелә. Уҡыусылар кәрәкле мәғлүмәтте,
факттарҙы һәм идеяны табыр өсөн төрлө сығанаҡтарҙы ҡуллана ала.
• тикшеренеү проекты – бындай проекттарҙа фәнни тикшеренеүҙәр
үткәреүгә, алынған мәғлүмәттәрҙе анализлауға һәм эксперименттарға
баҫым яһала. Маҡсат – яңы белем алыу йәки булған гипотезаларҙы
раҫлау.
• ижади проект – бында ижадилыҡ һәм оригиналлек сағылдырыу мөһим.
Уҡыусылар үҙенсәлекле идеялар, нәфис, әҙәби йәки музыкаль әҫәрҙәр
өҫтөндә эшләй.
• ролле проект – был проект төрөндә уйын элементтарына һәм ролле
ғәмәлдәргә иғтибар бирелә. Уҡыусылар төрлө ролдәрҙә уйнай һәм
билдәле бер уйын ситуацияларында бер-береһе менән аралаша ала.
• ғәмәли проект – белемде һәм оҫталыҡты ғәмәли ҡулланыуға
йүнәлтелгән. Уҡыусылар реаль тормошта файҙалы нимәлер эшләй,
мәҫәлән, техник ҡоролма йәки социаль программа.
• таныштырыу-ориентирлау проекты – төп маҡсат – яңы тема йәки
белем өлкәһе менән танышыу. Уҡыусылар предметты яҡшыраҡ аңлар
өсөн концепцияларҙы һәм терминдарҙы тикшерә.
lingvistics