2.65M
Category: lingvisticslingvistics

Башҡорт теле дәресе

1.

Башҡорт теле дәресе
Башҡорт теле уҡытыусыһы
Монасипова Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы

2.

“Йәншишмә”, “Йәшлек”,
“Аманат”,
“Аҡбуҙат”, “Башҡортостан”
Миләттемә йырлай дан!

3.

Башҡорт телендәге гәзит-журналдар

4.

Һандарҙы һүҙ менән әйтегеҙ:
Башҡортостанда башҡорт телендә
10 журнал һәм 59 гәзит сыға.
“Йәшлек” гәзитенең тиражы 6837
дана.

5.

Ҡылымдарҙың заманын билдәләгеҙ:
Кисә еләккә барҙыҡ.
Иң күп еләкте мин йыйҙым.
Әсәйем унан тәмле итеп ҡайнатма
эшләйәсәк.

6.

Һөйләмдә нисә сифат бар:
Мин болонда ап-аҡ, зәп-зәңгәр, һапһары һәм ҡыҙғылт сәскәләр
осраттым.
Әсәйемдең ашы һәр ваҡыт бик
тәмле, төрлө-төрлө.

7.

Башҡорт телендә барлыҡ төшөнсәһе бар һүҙе
һәм -лы, -ле, -ло, -лө ялғауҙары менән билдәләнә.
Мәҫәлән,
торттың балы бар – баллы торт
уҡыусының белеме бар - белемле уҡыусы
сәйҙең һөтө бар – һөтлө сәй
ямғыр… йәй
ҡар… ҡыш

8.

Театр – яҡтылыҡҡа, нурға илтә,
Кире юлға ебәрмәй, уңға илтә.
Театр көлдөрәлер, уйнаталыр,
Тағы үткән ғүмерҙе уйлаталыр.
Күрерһең унда үҙ хәлең, көләрһең –
Көләрлек булһа – булмаһа иларһың.
Ғабдулла Туҡай

9.

10.

“Мин театрға барҙым”
(118-се күнегеү)

11.

Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы –ма, -мә
ялғауы ҡушып яһала.
Мәҫәлән, уйла, уйлай, уйлайым –
уйлама, уйламай, уйламайым
аша, ашай, ашайым - ашама, ашамай, ашамайым
уҡы, уҡый, уҡыйым - уҡыма, уҡымай, уҡымайым

12.

Өйгә эш
1.118-се күнегеү (2). Үҙегеҙҙең
киноға йә театрға барыуығыҙ
тураһында һөйләгеҙ.
2. Гәзит-журналдарҙы уҡып,
оҡшаған мәҡәлә тураһында
һөйләргә.

13.

РЕФЛЕКСИЯ
- Дәрестә миңә ... оҡшаны.
- Дәрестә мин ... өйрәндем.
- Дәрестә мин ... аңланым.

14.

Барығыҙға ла рәхмәт!
Һау булығыҙ!
English     Русский Rules