Similar presentations:
Тыныш билдәләре
1.
ТЫНЫШ БИЛДӘЛӘРЕ2.
• ӨТӨР1) Һөйләмдең башында, уртаһында, аҙағында
килеүсе өндәш һүҙҙәр һөйләмдең бүтән
киҫәктәренән өтөр менән айырыла.
Аҡ ҡайындар, һеҙҙең менән бергә Ағиҙелдең
һыуын эскәнмен. (Н. Нәжми.)
3.
• 2) Һөйләмдең төрлө урынындабирелеүсе инеш һүҙҙәр: ахыры, бәлки,
зинһар, ғөмүмән, моғайын, мәҫәлән,
ихтимал, киреһенсә, ғәҙәттә, тимәк,
ысынлап та, әлбиттә, бәхеткә ҡаршы
һәм башҡалар өтөр менән айырыла.
• Аҡмулланың йөрәк моңо, бәлки, һинең
аша халыҡ йөрәгенә тағы тиҙерәк
барып етер. (К. Мәргән.)
4.
3) Теркәүесһеҙ килгән тиң киҫәктәр
араһында өтөр ҡуйыла.
• Ҡаһарманлыҡ күрһәткән ир йөрәкле
әсәйҙәр алдында мин бөтә йөрәктән,
ысын күңелемдән баш эйәм. (Э.
Бикчәнтәев.)
5.
• 4) Ә, ләкин, тик, шулай ҙа, әммә, сөнки,шуға күрә, шунлыҡтан, шул арҡала, шул
сәбәпле, шулай булғас, шуның
арҡаһында теркәүестәре менән килгән
тиң киҫәктәр, тиң һөйләмдәр араһында
өтөр ҡуйыла.
• Йыйылышта ҡатнашыусы командирҙар
ишеккә ташландылар, ләкин сығырға
өлгөрмәнеләр. (Я. Хамматов.)
6.
• 5) Берсә, әле, әллә, йә, йәки, һәм, дадә, ҙа-ҙә, та-тә, ш м,) теркәүестәренеңберәйһе ҡабатланып килгән тиң
киҫәктәр араһында өтөр ҡуйыла.
• Буранбайҙың бешкән муйыл кеүек
йылтыр ҡара күҙҙәре берсә йылмайҙы,
берсә моңайҙы. (И. Ғиззәтуллин.)
7.
6) Айырымланған эйәрсән киҫәктәр,аныҡлаусылар, өҫтәлмәлектәр, хәлдәр
өтөр менән айырыла.
Ул, тәжрибәле инженер, күп кенә
ҡалаларҙа, шул иҫәптән Һамарҙа һәм
Ҡазанда, йорттар, заводтар төҙөп,
хеҙмәтенең мәңгелек һәйкәлдәрен
ҡалдырған. (Ә. Ихсан.)
8.
• 7) Хәл әйтемдәре айырымланыпкилгәндә, өтөр ҡуйыла:
• Һалҡын шишмәлә йыуынып алғас,
арыған ҡулдар яҙылып киткән кеүек
була.
9.
• НӨКТӘ.1) Хәбәр һөйләмдәр аҙағында нөктә ҡуйыла.
Ауыл уртаһында өр-яңы бер йорт ҡалҡып
сыҡты.
2) Атама һөйләмдәрҙән һуң нөктә ҡуйыла.
Клуб. Мәктәп йорто. Баҡсалыҡ.
3) Инициалдарҙан һуң нөктә ҡуйыла. М.
Кәрим шиғырын ятланым.
4) Драма әҫәрҙәрендә персонаж исемдәре
йәки фамилияларынан һуң нөктә ҡуйыла.
Сәлим. Мин, мин ғәйепле был эштә.
10.
• 5) Пункттарҙың рәтен күрһәткән цифрҙан һуңнөктә ҡуйыла.
Көн тәртибе:
1. Ауыл халҡына һайлау тәртибен аңлатыу.
2. Агитаторҙар эше менән танышыу.
3. Ауыл йәштәренең концертын ҡарау.
11.
• Һорау билдәһе.1) Яуап биреүҙе талап итеүсе һорау
һөйләмдәрҙән һуң һорау билдәһе ҡуйыла.
• Һеҙҙең синыфта нисә бала уҡый?
2) Туранан-тура яуап алыуҙы талап итмәй
торған риторик һорау һөйләмдәрҙән һуң
һорау билдәһе ҡуйыла.
• Туған башторт телебеҙ башҡа телдәрҙе
өйрәнергә ҡамасаулыҡ итәме һуң?
12.
• ӨНДӘҮ БИЛДӘҺЕ.1) Көслө интонация менән уҡылыусы өндәү
һөйләмдәрҙән һуң өндәү билдәһе ҡуйыла.
• Кемдәрҙе генә һоҡландырмай ул башҡорт
халыҡ йырҙары!
2) Көсөргәнешле хәлдәрҙе, шарттарҙы
аңлатыусы һөйләмдәрҙә тәрән кисереште,
психологизмды белдереү осөн өс өндәү
билдәһе йәнәш ҡуйыла.
• Ҡотҡарығыҙ!!! Батам, ҡотҡарығыҙ!!! (И.
Насыри.)
13.
3) Һөйләм башында көслө, тәрән тойғо,
интонация менән әйтелгән ымлыҡ, өндәш
һүҙҙән йәки бүтән һүҙҙәрҙән һуң өндәү
билдәһе ҡуйыла.
• Эх! Нисек насар килеп сыҡты был эш.
4) Әгәр тойғоло һөйләм үҙ эсенә риторик
һорауҙы ла алһа, өндәү билдәһе менән
йәнәшә һорау билдәһе лә ҡуйыла.
• Бөгөн мин улар тураһында шулай уйлай
алыр инемме икән?!
14.
• КҮП НӨКТӘ.1) Тәбиғәт менән кешелек йәмғиәтендәге
төрлө күренеш, хәл-ваҡиғаларҙың ҡапыл
үҙгәреүен, алмашыныуын, төрлө сәбәптәр
арҡаһында кешеләрҙең уй- фекерҙәренең
өҙөлөүен, уларҙың эске кисерештәрен
күрһәткән, тасуирлаған урындарҙа күп нөктә
ҡуйыла.
• Хәҙер һыу ғына алып ҡайтайым әле... Бына
бында тыныс икән... Абау, шулар ҙа йырлаған
булалар бит әле... Ишекте бикләгеҙ... Инәләр
бит... (М. Ғафури.)
15.
2) Тәрәп кисереш, тойғолар арҡаһында
өҙөп, пауза менән әйтелгән һүҙ,
һүҙбәйләнеш, һөйләмдәрҙән аҙаҡ күп
нөктә ҡуйыла. Рәсимә, аҡыллым... Мин
һине бик яратам... Биш туған араһында
иң яҡын туғаным һин... (И. Абдуллин.)
16.
• 3) Берәй текстан, һөйләмдән өҙөктәралған саҡта төшөрөп ҡалдырылған
ҡайһы бер һүҙҙәр урынында күп нөктә
ҡуйыла.
• «Поэзия билдәле булмаған, таныш
булмаған урынға барыу... сөнки шағир
үҙен-үҙе ҡабатлай алмай». (В.
Маяковский.)
17.
• НӨКТӘЛЕ ӨТӨР.Ул — нөктә менән өтөр араһында тороусы үҙенсәлекле тыныш
билдәһе. Нөктәле өтөр түбәндәге осраҡтарҙа ҡуйыла:
1) Теркәүесһеҙ тиң киҫәкле ябай тарҡау һөйләмдәрҙә.
Арыҫландай ирҙәрҙе Йыуаш ҡуйҙай итер хан;
Илеңде алыр ҡулыңдан,
Ғәскәр алыр улыңдан;
Тартып алыр малыңды,
Иҫәпкә алыр барыңды;
Боғаҙламай эсер ҡаныңды,
Үлтермәй алыр йәнеңде, ау,
Үлтермәй алыр йәнеңде. (Ҡобайыр.)
18.
• Һыҙыҡ.Был тыныш билдәһе түбәндәге осраҡтарҙа
ҡуйыла.
1) Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле теркәүесһеҙ тиң
хәбәрҙәр араһында. Тиң хәбәрҙәр бербереһен асыҡларға, аҙаҡ бирелгән хәбәр
алдағы хәбәрҙе икенсе төрлө атарға мөмкин.
• Егетлек бүрек кейеүҙә түгел — батырлыҡта.
Ҡай берәүҙәр үлһә, йылдар үтеү менән иҫтән
сыға — онотола. (М. Ғафури.)
19.
• 2) Һөйләмдең эйәһе лә, хәбәре лә берүк һүҙ төркөмөнән килһә, улар
араһында һыҙыҡ ҡуйыла.
• Ғилем — ҡош, аҡыл — ҡанат.
3) Һөйләмдең эйәһе булып килеүсе
был, былар күрһәтеү алмаштарынан
һуң һыҙыҡ ҡуйыла.
• Был — колхоз председателе Саҡай
Солтанов уҙе ине. (Б. Бикбай.)
20.
4) Ябай һөйләмдәрҙә тиң киҫәктәрҙе
дөйөмләштереүсе һүҙҙең алдына
һыҙыҡ ҡуйыла.
• Китап, дәфтәр, ручка — былар
уҡыусыға кәрәк әйберҙәр.
21.
5) Тура телмәр менән автор һүҙе араһында
һыҙыҡ ҡуйыла. Беҙ барғас та, бабай: «Йәгеҙ,
балалар, һыу алып килегеҙ», — тине.
6) Һыҙыҡ диалогтарҙа ҡулланыла.
— Һин ҡайҙан килдең?
— Ауылдан.
22.
• Тырнаҡтар.1) Тура телмәрҙәр тырнаҡ эсенә алына. «Аҡ
юл һеҙгә!» — тип оҙаттылар.
2) Текст, һөйләм эсендә килгән гәзит, журнал,
әҫәр, китап, колхоз, совхоз, завод, фабрика,
атамалары булған шартлы исемдәр,
мәҡәлдәр, әйтемдәр тыр-наҡтар эсенә
алынып яҙыла Әгәр шартлы исемдәргә
ялғауҙар ҡушылһа, улар тырнаҡ эсендә
бирелә. Мин «Йәншишмә», «Аманат» кеүек
баҫмалар алдырам.
23.
Иҫкәрмә: исемендәге һүҙе менән килгән
шартлы исемдәр тырнаҡтар эсенә
алынмай. Мин Ленин исемендәге
колхозда булдым.
24.
3) Тәнҡитләүҙе, мыҫҡыллауҙы, көлөүҙе, кире
мөнәсәбәтте аңлатыусы һүҙҙәр,
һүҙбәйләнештәр, кешеләргә бирелгән төрлө
ҡушаматтар, күсерелгән мәғәнәлә
ҡулланылған һүҙҙәр тырнаҡтар эсенә алына.
• Бына был — иҫке хөкүмәттең һалдатты
«тәрбиәләүе», «тәртип» һаҡлатыуы,
кешеләрҙе «иркен йәшәтеүе» ине. (А.
Таһиров.)