1.92M
Category: biographybiography

Рауил Бикбаев ижадын өйрәнеүҙең методик хәл ителеше

1.

Рауил Бикбаев ижадын
өйрәнеүҙең методик хәл
ителеше
Башҡарҙы: Ҡасҡынов И.И.
Ғилми етәксеһе: ф.ф.к.,
доцент Ғәлина Ғ.Ғ.
Өфө 2023 йыл

2.

Сығарылыш квалификация эшенең маҡсаты – Рауил
Бикбаев ижадын өйрәнеүҙең методик хәл ителешен
тикшереү.
Ошо маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстар билдәләнде:
1.
Әҙәбиәт дәрестәрендә шағирҙың әҫәрҙәренең
поэтикаһын тикшереү.
2.
Р.Бикбаевтың ғилми эшмәкәрлегенә байҡау яһау.
3.
Урта һәм юғары кластарҙа ижадын өйрәнеүҙең
методик хәл ителешен тикшереү.
4.
Әҙәбиәт дәрестәрендә Р.Бикбаев ижадын яңы
уҡыу стандарттары талаптарына ярашлы өйрәнеү.

3.

Өйрәнелеү кимәле:
Рауил
Бикбаев
ижадын
монографик
планда
Ғайса
Хөсәйенов өйрәнгән. Шулай уҡ
поэзиһының айырым аспекттарын
Әхиәр
Хәкимов,
Мәҙинә
Хәмиҙуллина,
Миңлеғәли
Нәҙерғолов, Әнғәм Хәбиров кеүек
ғалимдар
тикшергән.
Уның
юбилейы
айҡанлы
ҡәләмдәш
дуҫтары Тимер Йосопов, Ирек
Кинйәбулатов, Сафуан Әлибаев
һәм
башҡалар
газета-журнал
биттәрендә мәҡәләләр баҫтырҙы

4.

РАУИЛ БИКБАЕВТЫҢ ИЖАДИ ПОРТРЕТЫ
1.1 Р.Бикбаев әҫәрҙәренең поэтикаһы
Поэтиканың мөһим проблемаларының береһе – поэтик синтаксис мәсьәләләрен
өйрәнеү – милли поэзияның ҡабатланмаҫ асылын аңлау ынтылышы. Әҙәбиәт
ғилемендә “поэтика” төшөнсәһе түбәндәгесә аңлатыла: “Художестволы әҙәбиәт
тураһындағы фән, әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт ғилеменең бер бүлеге” .
Сығарылыш квалификация эшендә Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәрендә анафора,
эпанастрофа, ябай ҡабатлау, инверсия, төҫтәр һәм буяуҙар символикаһын ҡулланыу
кеүек һүрәтләү саралары хаҡында тулы мәғлүмәт бирелә.
Башҡорт поэзияһының төп көсө, бер яҡтан, шиғырҙарының ошондай ябай һәм
шул уҡ ваҡытта тәрән мәғәнә менән һуғарылыуында, әҫәрҙәренең ихласлығы һәм
шаянлығында, икенсе яҡтан, форма төҙөклөгө, ҡыҫҡалығы һәм йөкмәткеһе тослоғо
менән характерлана .
Р.Бикбаев ижадының поэтик үҙенсәлектәре уның тематик яҡтан күп төрлө
булыуында, әҫәрҙәрендә стилистик фигураларҙың, һүрәтләү сараларының киң һәм
мул ҡулланылыуында һәм ижад ителеү нигеҙендә халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре
ятыуында булды, тигән һығымта яһарға мөмкин.

5.

1.2. Ғилми эшмәкәрлеге
Рауил Бикбаевтың ғилми эшмәкәрлеге әҙәбиәт өлкәһенә шаҡтай ҙур
файҙа килтерҙе, башҡортса һәм русса фундаменталь шиғри
антологияларҙы уҡыусыларға еткереүгә лә ул күп көс һалды.
Ҡәләмдәштәре хаҡында әйтелгән һүҙҙәр, төрлө жанрҙар буйынса
ғилми тикшеренеүҙәр, яҙыусыларҙың съездарындағы бай йөкмәткеле
докладтар, публицистик сығыштар, шиғри тәржемәләр, һуңғы йылдарҙа
үҙенсәлекле күренешкә әйләнгән шиғри хәҙистәр үҙҙәре махсус
томдарҙы тәшкил итерлек.
«Ш.Бабич. Тормошо һәм ижады", "Замандың шиғри йылъяҙмаһы",
"Шағир һүҙе, шағир намыҫы», "Рәми» һ.б хеҙмәттәре уҡытыусылар
тарафынан педагогик эшмәкәрлектә әүҙем файҙаланыла

6.

2.1. Урта һәм юғары кластарҙа әҫәрҙәрен өйрәнеү
методикаһы.
Урта һәм юғары кластарҙа Рауил Бикбаев ижадын өйрәнеүҙең
методик хәл ителеше дәрестең төрлө форма һәм методтары
ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Хәҙерге заманда, аҙнаһына 1 сәғәт әҙәбиәт уҡығанда, ҡайһы бер
мәлдәрҙә дистанцион уҡытыуға күскәндә Рауил Бикбаев ижадын смарт
технологиялар буйынса өйрәнергә мөмкин. Бигерәк тә 11-се класта
"Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!", "Халҡыма хат" поэмаларын өйрәнгәндә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижадын
өйрәнеү башҡорт филологияһы өсөн актуаль икәнлегенә уның бай
ижады,
заман
һыҙланыуҙарын
сағылдырған
поэмалары,
публицистикаһы, эпистоляр хеҙмәтендә сағылыуында күрҙек һәм улар
һис шикһеҙ методик аспектта ла тикшерелергә, өйрәнелергә тейеш,
тигән һығымта яһарға мөмкин.

7.

2.2. Халыҡ шағирының ижадын өйрәнеүҙә ИКТ
технологияларын файҙаланыу
Бөгөнгө көндə яңылыҡҡа ихлас тотонған уҡытыусының бығаса бер кем
тарафынан да тормошҡа ашырылмаған үҙенең генə өр-яңы ижади дəресенең, йəйғор
кеүек ике таянысы булырға тейеш.
Береһе – традицион методика асҡан законлыҡтар, икенсеһе – илебеҙгə XX
быуаттың икенсе яртыһынан хәҙерге замандың ИКТ технологияларына тиклемге
фəнни һəм практик яҡтан эшлəнə килгəн яңы педагогик технологияларҙың төп
принциптары.
Уларҙың барыһының да нигеҙендə өс төрлө яңылыҡ: теория, практика һəм
хəрəкəт яҫылыҡтары – фəнни материал менəн ҡоралланыу; эшмəкəрлекте
тормошҡа ашырыусы маҡсат, йөкмəтке, метод һəм алымдар ҡулланыуға аңлы
рəүештə ирешеү; эш барышында ҡулланыу.

8.

2.2. Халыҡ шағирының ижадын өйрәнеүҙә ИКТ
технологияларын файҙаланыу
Компьютер ярҙамында Логик мәғәнәүи
моделдәр төҙөү, М.Аҡмулла ис. БДПУ
уҡытыусылары тарафынан эшләнгән "Беҙ
үҙебеҙ - башҡорттар" халыҡ -ара интернет
платформаһын файҙаланыу, шул уҡ коллектив
тарафынан
төҙөлгән
"Башҡорт
телен
өйрәнеүҙә халыҡ-ара онлайн системаһы"
ҡулланыу отошло.

9.

Йомғаҡлау
Тикшеренеү барышында Р.Бикбаевтың шиғриәте тематикаһы һәм жанр
үҙенсәлектәре яғынан бик бай булыуы асыҡланды. Унда Тыуған ил, тыуған ер һәм милләт
төшөнсәләренең дә, тәбиғәт һәм мөхәббәт лирикаһын да, һуғыш темаһын яҡтыртҡан
әҫәрҙәрҙе лә, фәлсәфәүи шиғыр үрнәктәрен дә, сатира һәм юмор шиғырҙарын да
осратырға мөмкин. Кешенең эске кисерештәрен, күңел байлығын, моң-һағыштарын
тулыраҡ сағылдырыу өсөн лириканың төрлө жанр мөмкинлектәрен уңышлы
файҙаланғанлығын күрҙек. Урта һәм юғары класс уҡыусыларының мәктәп
дәреслектәренә ингән шиғри әҫәрҙәрендә Тыуған ил, тыуған ер тойғоһо менән һуғарылған
шиғыр һәм поэмалары халыҡ, милләт һәм милли тел хаҡындағы уйҙар менән туранантура бәйле. Тыуған илгә булған һөйөүен ул ниндәйҙер публицистик йә патетик тонда түгел,
ә башлыса лирик планда хәл-ваҡиғалар, тәбиғәт күренештәре аша һүрәтләй. Шағир
тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү аша кеше күңелен, уй-кисерештәрен төрлө алымдар
ҡулланып, бик оҫта сағылдыра алған. Уның шиғриәтенә тормошсан ябайлыҡ һәм
ябайлыҡтың тәрәнлеге хас.
Шулай итеп, Рауил Бикбаев шиғриәтенең идея-тематик йүнәлештәрен, поэтик
үҙенсәлектәрен, ижадын өйрәнеүҙең методик хәл ителешен асып бирҙек, ғилми
эшмәкәрлегенә байҡау яһаныҡ, әҙәбиәт дәрестәрендә Р.Бикбаев ижадын яңы уҡыу
стандарттары талаптарына ярашлы өйрәнелеүен тикшерҙек.

10.

ИҒТИБАРЫҒЫҘ ӨСӨН
РӘХМӘТ!
English     Русский Rules