Similar presentations:
Нәжиб Асанбаев ижадын мәктәптә өйрәнеүҙең методик хәл ителеше
1. НӘЖИБ АСАНБАЕВ ИЖАДЫН МӘКТӘПТӘ ӨЙРӘНЕҮҘЕҢ МЕТОДИК ХӘЛ ИТЕЛЕШЕ
Башҡарҙы: Хәбибуллина Н.И.Ғилми етәксе: ф.ф.к.,
доцент Ғәлина Ғ.Ғ.
2.
Сығарылыш квалификация эшенең актуаллегеНәжиб Асанбаев драматургияһы фәнни күҙлектән
өйрәнелгән. Әммә әҙиптең ижадына дөйөм ҡараш
ташлау һәм яҙыусының төрлө ижади дәүерҙәрен
берләштереп бер картина тыуҙырыу яңы мәсьәлә. Шул
уҡ ваҡытта, методик йәһәттән халыҡ яҙыусыһы ижады
бөтөнләй өйрәнелмәгән. Сығарылыш квалификация
эшендә күтәрелгән тема яңы һәм актуаль.
3. Теманың өйрәнелеү кимәле
Үҙгәртеп ҡороу дәүеренә тиклем һәм үткән быуаттыңһуңғы тиҫтә йылында Н. Асанбаев драматургияһы
Ғилемдар Рамазанов, Зиннур Нурғәлин, Миҙхәт
Ғәйнуллин, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың әҙәбитәнҡит мәҡәләләрендә, хеҙмәттәрендә ҡаралды.
Һуңғы осор тиҫтә арауығында әҙәбиәт ғилеме һәм
әҙәби тәнҡит вәкилдәренән Рауил Бикбаев, Риф
Әхмәҙиев, Артур Фәтҡуллин, Наил Ғәйетбаев һәм
башҡа ғалимдар, әҙәбиәтселәр Н. Асанбаев ижадына
иғтибар бирҙе.
Методика фәнендә был мәсьәлә Мәрйәм Ғималова,
Булат Ғафаров тарафынан бер ни тиклем өйрәнелгән.
4.
Сығарылыш квалификация эшенең төпғилми тикшеренеү обьекты:
Н. Асанбаев ижады
Ғилми тикшеренеү предметы:
яҙыусы әҫәрҙәрен
өйрәнеү методикаһы.
5.
Сығарылыш квалификация эшендәНәжиб Асанбаев ижадын өйрәнеүҙең
методик хәл ителешен тәҡдим итеү
маҡсаты ҡуйыла.
6.
Төп бурыстар:Нәжиб Асанбаевтың ижад юлын өйрәнеү;
публицистикаһы
һәм
драматургияһының
йөкмәткеһен һәм проблематикаһын ҡарау;
әҙәбиәт
дәрестәрендә
балаларҙың
этномәҙәни
компетенцияларын формалаштырыу юлдарын ҡарау;
Нәжиб Асанбаев ижады буйынса дәрестән тыш
эшмәкәрлек мәсьәләһен өйрәнеү.
7.
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. НӘЖИБ АСАНБАЕВТЫҢ ИЖАД ЮЛЫНәжиб
Асанбаев
публицистикаһы
–
халыҡ
мәҙәниәтен ҡайғыртыуҙың, уны популярлаштырыуҙың
юғары өлгөһө. Шуның менән бергә, яҙыусы үҙенең
публицистик сығыштарында сәйәси темаларҙы ла
яҡтыртыуға, әхлаҡи, хатта, фәлсәфәүи һорауҙарҙы ла
күтәреүгә өлгәште. Үҙенең драматургик ижады менән
бергә публицистика майҙанында ла Нәжиб Асанбаев
иле патриоты, халҡы мәҙәниәтен, телен һөйөүсе шәхес
булараҡ танылды.
8.
ИКЕНСЕ БҮЛЕК. ДРАМАЛАРЫНЫҢ ЖАНР ТӘБИҒӘТЕМилли драматургиябыҙға илле йылдан артыҡ ғүмерен
бағышлаған сәхнә әҙәбиәте оҫтаһы Нәжиб Асанбаев ижадына
тарихи күҙлектән баҡһаң, уның һәр осорҙоң проблемаһын заманға
хас актуаллек менән күрһәтеүен һәм темаларҙы ғәжәйеп рәүештә
алдан күрә белеү һәләтенә эйә булыуын күрергә мөмкин. Уның
комедия, драма, драматик трилогия-роман жанрында яҙылған
әҫәрҙәрендә беҙ күренекле шәхестәребеҙҙе лә, Бөйөк Ватан һуғышы
дәһшәтен дә, совет йәмғиәтендә тынғыһыҙ эшләүсе йәштәрҙе лә,
көндәлек ғаилә тормошон да осратабыҙ. Ошо ижади материал
нигеҙендә драматург үҙенең әҫәрҙәрендә халыҡҡа һөйөү,
патриотизм, әхлаҡ сафлыҡ, эшсәнлек, гражданлыҡ бурысы кеүек
мөһим идеяларҙы күтәреп сыға һәм уны уҡыусы күңеленә һеңдерә.
9.
ӨСӨНСӨ БҮЛЕК. НӘЖИБ АСАНБАЕВ ИЖАДЫНМӘКТӘПТӘ ӨЙРӘНЕҮҘЕҢ МЕТОДИК ХӘЛ ИТЕЛЕШ
Нәжиб Асанбаев ижады буйынса дәрестән тыш
эшмәкәрлекте башҡарып сығыр өсөн проект
технологияһына таянып, яҙыусының “Ҡыҙыл паша”,
“Зәки Вәлиди” драматик трилогияларын өйрәнеү, әҫәр
буйынса тарихи-әҙәби материалдарҙы йыйыу һәм
балаларҙың ижади эшен ойоштороу уңышлы алым.
Бында балалар үҙҙәре өсөн бик күп асыштар эшләй.
Уларҙың шәхесе үҫешә, мөһим әхлаҡи сифаттары
тәрбиәләнә
10.
Нәжиб Асанбаев һәм уның китаптары11.
Иғтибарығыҙ өсөнрәхмәт!