Similar presentations:
Учалы мәғарифы: кисә, бөгөн, иртәгә» исемле муниципаль фәнни-практик конференция конкурсына
1.
«Учалы мәғарифы: кисә, бөгөн, иртәгә»исемле
муниципаль фәнни-практик конференция
конкурсына
«Уҡытыусым! Һинең исемең алдында...»
тикшеренеү эше
2.
Уҡытыусымын тип, ғорур әйтәм,Ғүмеркәйем уҙа мәктәптә.
Уҡыусылар инде ҙур үҫһә лә,
Бала булып ҡала йөрәктә.
Ҡайҙа улар, нисек йәшәй,
Тормош юлҡайҙары ауырмы?
Барыһын уйлап ҡаңғырам Дөрөҫ юлдан бара алдымы?
Хәреф таный белеү бер булһа
Икенсеһе - тормош асылы.
Донъя серҙәренә өйрәнмәһә,
Уҡытыусы була алдыммы?
3.
Матур йәшәй, тип, ишетһәм,Ҡыуаныстан илап ебәрәм.
Уҡыусымды ҡурҡмай ғына
Фән тауына тағы этәрәм.
Өйрәтәм рухи байлыҡҡа,
Асам ата-баба серҙәрен.
Насар холоҡ-фиғелдәрен
Уҡыусым һис ҡасан күрмәһен.
Уҡыу йортона керһәләр,
Миҙал алып зирәктәр,
Тағы уйлайым мин:
Яратҡан эшем мәктәптә
Килеп - ҡайтып үтмәгән.
4.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы1967 йылдың 5 мартында Учалы районының йәмле Яйыҡ
буйында ултырған Мәҫкәү ауылында донъяға килә
5.
«Үҙ ауылының илһөйәре булды һәм әлегекөндә лә шул юлдан ситкә тайпылмай эшләй»
6.
БПУ, 1982-1986 йылдар7.
«Минеңхыялым
тормошҡа
ашты!
Мин – балаларҙың киләсәген хәл итеүсе шәхес!»
8.
9.
10.
11.
“Тереләрҙең ҡәҙерен бел,үлгәндәрҙең ҡәберен бел!”
12.
Белорет ҡалаһына Мөхәррәм Сәлимов йырҙарыконкурсына балаларҙы үҙе теккән костюмдарҙа
алып барып, беренсе урынды яулап ҡайттылар
13.
Әсәһе Әҡлимә Алсынбай ҡыҙына оҡшап,ҡул эштәренә оҫта Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы
14.
Төрлө милли халыҡ костюмдарында уҡыусылары сәхнәлә бейейҙәр,сығыш яһайҙар
15.
16.
Атаһына оҡшап йор һүҙле Зилдә апайыбыҙ17.
Алдынғы комбайнсы Әхмәҙиә Әхмәтғәли улыарыу-талыуҙы белмәй хаҡлы ялға сыҡҡансы
икмәк үҫтерә.
18.
1986 йылда училищены уңышлы тамамлап,Һөйәрғол мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып,
эшкә ҡайта. Был мәктәптә 2 йыл эшләй.
19.
1989 йылда Ташҡыя егете Мәүлитов Раил Ғәлиулла улы менән,сәстәрен - сәскә бәйләйҙәр һәм гүзәл тәбиғәтле күрше Ташҡыя
ауылына килен булып төшә. Ташҡыя башланғыс мәктәбендә эш
башлай.
20.
Балаларға белем биреү менән бер рәттән, уҡыу – тәрбиәэше буйынса урынбаҫар ҙа булып эшләргә өлгәрә. Тимәк,
ул ысын мәғәнәһендә үҙ класының ғына түгел, бөтә
мәктәп уҡыусыларының да тәрбиәсеһе булып сыға
21.
«Бөтә ауырлыҡтарҙы ла балалар менән еңеп сығам. Балалар минүткәргән сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәренә фәһем ала, насарҙы
яҡшынан айырырыға, изгелек ҡылып ҡына йәшәргә өйрәнә. Һәр
бер яҡшы эшенә маҡтау ҡағыҙҙары ала. Бының өсөн үҙ эшеңде
яратып башҡарырға, һәр баланың яйынан торор кәрәк...»
22.
Ә ниндәй генә файҙалы һәм тормошсан саралар, күркәмйолалар үтмәй беҙҙең мәктәптә Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы
ойоштороуында. Ауылда булһынмы, мәктәптә
булһынмы, бер генә сара ла унһыҙ үтмәй.
23.
Төрлө тематикаға матур – матур кисәләр уҙғарып,уҡытыусы - тәрбиәсебеҙ беҙҙең күңелдәрҙе аса
24.
«Ҡатыҡ ялау йолаһы»25.
Ағинәйҙәр менән26.
Сығарылыш байрамы27.
Еңеү көнө28.
«1812 йылғы һуғыш»29.
Аят тыңлау30.
Һәр йыл “Яңы йыл” кисәләре ниндәйҡыҙыҡлы , мажаралы үтә.
Бер мәктәптә ул тиклем түгелдер?!
31.
Шәжәрә байрамы32.
Ҡорама ҡорау – төп шөғөлө.Ҡорама байрамын да сәхнәләштерә
33.
Зилдә апайыбыҙ үҙе лә торғаны бер әртис. Яңы йыл байрамы - уның яратҡанбайрамылыр, ахыры. Йыл да тиерлек байрамға клубҡа үҙе ҡыҙыҡлы бер
костюмда бара. Костюмды үҙе тегә, сценарийына ярашлы ҡылана, халыҡты
ҡыуандырып ҡайта. Әлбиттә, уға йыл һайын беренсе урын!
Былтыр Учалыла үткән муниципаль Яңы йыл «Иң яҡшы Ҡыш бабай»
конкурсында ла үҙенең костюмында ҡатнашып ҡайтты.
34.
“Ғаиләм – минең ҡәлғәм!”35.
36.
«Самый классный классный»37.
«Мамы разные нужны мамы разные важны»38.
Ә быйылғы “Йыл уҡытыусыһы” конкурсындаҡатнашыуы – уның иң ҙур ҡаҙанышы. Ҙур эшмәкәрлек
талап иткән был конкурста ҡатнашыу, ҙур сәхнәлә
сығыш яһау, район хакимиәте башлығының “Маҡтау
Грамотаһы” менән бүләкләнеү – үҙе бер батырлыҡ!
39.
Эйе, коллегалары тураһында йылы һүҙҙәр генә һөйләгән уҡытыусыларменән килешмәй мөмкин түгел. Мин дә яратҡан уҡытыусыма һәр саҡ
һоҡланып ҡарайым. Һәм уның кеүек дәртле, йәшәүҙе ысын мәғәнәһендә
яратҡан оҫта һөнәр эйәһе булғым килә, уның кеүек кешеләргә шатлыҡ
өләшкем килә! Киләсәктә лә уҡытыусыма яңынан – яңы үрҙәр,
бөйөк ҡаҙаныштар теләп ҡалам!