14.58M
Category: biographybiography

Жәүҙәт Лоҡман улы һәм Фәниә Шакир ҡызы Ғәлиндар

1.

Лоҡманова Гөлшат Жәүҙәт ҡыҙы,
Мәҫкәү урта мәктәбенең башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2018 йыл

2.

1942 йылда, алтын япраҡтар менән
түшәлгән сентябрь айында,
Мәҫкәү ауылында
4-се бала булып донъяға килә

3.

1950 йылда 8 йәшендә генә
уҡырға барыу насип була уға.

4.

Һуғыштан һуңғы ауыр, ҡытлыҡ йылдарында
әсәһе – Сәлимә апайға дүрт баланы яңғыҙ
тәрбиәләүе еңелдән булмай.

5.

Мәҫкәү башланғыс мәктәбен
тамамлағас, Наурыҙҙа 5 класта
уҡыуын дауам итә.

6.

Наурыз урта мәктәбен
1962 йылда тамамлап сыға.

7.

Һәм шул уҡ йылда Башҡорт
дәүләт университетының
филология факультетына
уҡырға инә.

8.

Оҙаҡ та уҡып өлгөрмәй, егетте әрме
сафына алалар. Грузияның Тбилиси
ҡалаһында 3 йыл буйына
әрме хеҙмәтен үтәй ул.

9.

Өҙөлөп ҡалған уҡыуын 1965йылда
кире дауам итә. БДУ-ны 1970 йылда
ғына уңышлы тамамлап сыға.

10.

Учалы районы Илсе мәктәбендә эш
башлай. Ул бында балаларға немец
теленең серҙәрен өйрәтә.

11.

1971 йылдың ноябрь айында, Сәфәр урта
мәктәбендә пионервожатый булып эшләп йөрөгән
Фәниә Шакир ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләп,
икеһе лә Илсе мәктәбендә эш башлайҙар.

12.

Был мәктәптә Фәниә Шакир ҡыҙы
китапханасы һәм секретарь
булып эшләй.

13.

Бер йылдан, Жәүҙәт Лоҡман улы Иҫке Байрамғол мәктәбенә
директор итеп тәғәйенләнә... Ә Фәниә Шакир ҡыҙы
география, башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән белем бирә.

14.

1975 йылда йәш ғаилә Иманғол ауылына эшкә
ебәрелә. Унда Жәүҙәт Лоҡман улы бер йыл
урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ә Фәниә
Шакир ҡыҙы пионервожатый эшен башҡара.

15.

1976 йылда Мәҫкәү 8 йыллыҡ мәктәбе асылғас,
Ғәлиндар ғаиләһе тыуған ауылына эшкә ҡайталар.
Жәүҙәт Лоҡман улы немец, урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән,
тарих фәненән белем бирә.

16.

Жәүҙәт Лоҡман улы Ғәлин
1998 йылда хаҡлы сыға.

17.

Фәниә Шакир ҡыҙы Мәҫкәү мәктәбендә
1976 йылдан 1990 йылдарға тиклем
пионервожатый булып эшләй.

18.

1986 йылда ситтән тороп, БДУ-ның филология
факультетын тамамлай. Һәм мәктәпкә башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә.

19.

Фәниә Шакир ҡыҙы 2000 йылда,
һаулығы ҡаҡшау сәбәпле,
билдәле хеҙмәт йылы ялына сыға.

20.

Ғәлиндар ғаиләһе ике балаға ғүмер биреп,
уларға яҡшы тәрбиә биреп,
тормош юлына баҫтыралар.

21.

Өлкән ҡыҙҙары Сулпан
Башҡорт дәүләт университетының
журналистика бүлеген тамамлап, оҙаҡ йылдар
«Яйыҡ» гәзитендә эшләй.

22.

Әлеге көндә тормош иптәше
менән дин юлынан китеп,
өс бала тәрбиәләйҙәр.

23.

Бәләкәй ҡыҙҙары Гөлшат ата-әсәһенең юлын
һайлай. Ул БДУ-ның филология факультетын
тамамлап, әлеге көндә Мәҫкәү урта мәктәбендә
туған тел серҙәрен өйрәтә.

24.

Тормош иптәше Рәүеф менән бер ул һәм
бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр

25.

Ихтибарығыҙ өсөн, рәхмәт!
English     Русский Rules