Similar presentations:
Мифтахетдин Аҡмулла 1831-1895
1.
Бик йәштән үк ата йортонМәжбүр булдың ташларға,
Халыҡтар араһына сығып,
Яңы тормош башларға.
Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Сәсән телле бер мулла.
Яһилға һин дау мулла,
Халҡыңа һин аҡ мулла.
(Ф. Рәхимғолова).
2.
Яһил (ғәр.) – 1) аҫтыртын, үтәныҡ уҫал; яуыз;
2) наҙан, уҡымаған, белемһеҙ.
Дау – 1) дәғүәле тауыш,
ыҙғыш: дау ҡубыу;
2) шау-шыулы оло талаш,
әрләш.
3.
МифтахетдинАҡмулла
1831-1895
4.
• Аҡмулла (ысын исеме - КамалетдиновМифтахетдин Камалетдин улы) (1831—
1895) — күренекле башҡорт һәм татар
шағиры,
мәғрифәтсе.
Башҡорт
шиғриәтенә тос өлөш индергән,
милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы
һүҙ оҫтаһы тип һанала. Башҡорт менән
бер рәттән, башҡа төрки халыҡтар –
ҡаҙаҡтар, уйғырҙар, ҡарағалпаҡтар ҙа
уны үҙ тип күрә.
5.
Мәғрифәт - ғәрәп теленәнингән һүҙ - аң-белем,культура
Мәғрифәтсе - аң-белем
таратыусы-просветитель.
6.
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 14декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 12-се
Башҡорт кантоны, Күлиле Мең олосоноң (Башҡортостан
Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында
мулла ғаиләһендә тыуған.
7.
Туҡһанбай ауылы8.
9.
Башланғыс белемде ул үҙенең тыуғанауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман
тигән
башҡорт
муллаһынан
ала.
Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә
уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш
мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле
суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте
була.
Эҙләнеүсән, тынғыһыҙ Мифтахетдин был
мәҙрәсәне лә ҡалдыра, тәүҙә Ырымбур
яҡтарына бара, шунан Троицк мәҙрәсәһенә
килеп уҡый башлай.Үҙ аллы фарсы,ғәрәп
телдәрен өйрәнә, Көнсығыш әҙәбиәте менән
ҡыҙыҡһына.
10.
1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир илгиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ,
Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт
ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы
ҡарашлы мөғәллим, мулдәкә булып таныла.
11.
12.
Үҙенең тыуған илендәатаҡлы башҡорт шағиры
һәм мәғрифәтсе булып дан
ҡаҙанған
Мифтахетдин
мәғрифәт йырын йырлай,
ғилемгә арҡыры төшкән
иҫке ҡарашлы муллаларҙан
көлә, байҙарҙы шелтәләй.
13.
1892 йылда шағир үҙе иҫән сағында нәшер ителгән берҙәнбер «Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» китабыдонъя күрә. Бында уҡытыу һәм тәрбиә биреү системаларын
үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡараштарҙы сағылдыра.
14.
Әҙип 1895 йылдың 8(20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуғаняҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәс ҡалаһы менән Һарыстан
станцияһы араһында фажиғәле һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла
Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.
15.
Хәтер16.
Миәкәрайоны
Туҡһанбай
ауылында
Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл уңайы менән
1981йылда йорт-музей асылды.
17.
Музейҙан фрагменттар18.
19.
Миәкә районының Әнәс,Мәнәүезтамаҡ
ауылдары
мәктәптәрендә
Аҡмуллаға
мемориаль
таҡтаташтар
ҡуйылған;
Туҡһанбайҙа,
Ҡырғыҙ-Миәкәлә һәм башҡа
торама пункттарҙа, Мейәс
ҡалаһы урамдарына Аҡмулла
исеме бирелгән.
20.
1989 йылда МифтахетдинАҡмулла исемендәге
премия булдырылған.
21.
Ғәзим ШафиҡовНурия Ирсаева
Зилфәт Басиров
Заһир Исмәғилев
Розалия
Солтангәрәева
Рәшит Шәкүр
Риф Абдуллин
22.
«Башҡортостан» гәзитенең«Аҡмулла» тигән әҙәбиюмористик ҡушымтаһы һәм
Миәкә районында «Аҡмулла
төйәге» гәзите баҫылып сыға.
23.
1986 йылда композитор З. Ғ.Исмәғилев
«Аҡмулла»
операһын яҙа һәм тәүге
тапҡыр 1996 йылда Башҡорт
дәүләт опера һәм балет театры
сәхнәһендә ҡуйыла.
24.
2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетынаМифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә. 2008 йылда уның
төп корпусы алдында һәйкәл ҡуйылған
25.
2006 йылдан алып «Аҡмулланәсихәттәре» Республика фольклор
байрамы ойошторола, 2007 йылдан
алып был байрам йыл һайын
үткәрелгән Халыҡ-ара Аҡмулла
көндәре сиктәрендә уҙғарыла.
26.
Аҡмулланың художестволы образынКирәй Мәргән («Өҙөлгән моң»,
1966), Ғ. Шафиҡов («Аҡмулла»,
1986), Я. Хамматов («Һыр-Даръя»,
2000) һ. б. үҙҙәренең әҫәрҙәрендә
тергеҙгәндәр.
27.
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
Яһиллектән килә ятыр ҙур афәттәр.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.
Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.
Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек — арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.