Яҙыусының тыуған ере
Хеҙмәт юлы
Ижады
Яҙыусының әҫәрҙәре
Яҙыусының әҫәрҙәренә уҡыусыларҙың иллюстрациялары
Музей алдындағы бюсы
Яҙыусы иҫтәлегенә
Академияла яҙыусының музейы асылды
26.47M
Categories: biographybiography literatureliterature

Зәйнәб Биишева

1.

«...Ватаныма
булған оло
һөйөү
Рухыма көс
бирҙе, хупланы»
Зәйнәб Биишева

2.

Зәйнәб Биишева – Башҡортостандың халыҡ
яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге
Дәүләт премияһы лауреаты

3. Яҙыусының тыуған ере

Зәйнәб Абдулла
ҡыҙы Биишева 1908
йылдың 2 ғинуарында
Башҡортостандың
хәҙерге Күгәрсен
районы Туйымбәт
ауылында ерһеҙ
крәҫтиән ғаиләһендә
донъяға килгән.

4. Хеҙмәт юлы

Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала.
Ауыл мәктәбендә уҡығандан һуң,
1924-1929 йылдарҙа ул Ырымбурҙағы
башҡорт педагогия техникумында уҡый.
1929-1931 йылдарҙа Баймаҡ районы
ауылдарында уҡытыусы булып эшләй.
1931-1934 йылдарҙа – Башҡортостан
китап нәшриәте мөхәррире, 1934-1951
йылдарҙа төрлө гәзиттәрҙә редакторлыҡ
вазифаһын башҡара.

5. Ижады

Зәйнәб Биишева төрлө жанрҙарҙа ижад
итә.Күп һанлы шиғырҙары, хикәйәләре,
драмалары, «Зөлхизә» трагедияһы,
«Сәйер кеше», «Уйҙар,уйҙар», «Ҡайҙа
һин, Гөлниса?» повестары, «Һөнәрсе
һәм өйрәнсек», «Мөхәббәт һәм нәфрәт»
хикәйәттәре, «Яҡтыға» трилогияһы уның
исемен Рәсәй, бөтә Шәреҡ илдәренә
алып сыҡты.

6. Яҙыусының әҫәрҙәре

7.

Башҡорт теле
Моң шишмәһе һандуғастай моңло ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин
Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.
Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем – гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем – бөйөкһөң һин,
Эй,хикмәтле,мәрхәмәтәле башҡорт теле.

8.

Ҡурай ул – моң. Уйла, моңдо
Кем тота, бикләй ала?
Кем уның тылсымлы көсөн
Ҡаплай, быуа, сикләй ала?!
«Тылсымлы ҡурай» поэмаһы

9.

«Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәтенә
иллюстрация

10.

«Һөнәрсе менән
Өйрәнсек»
хикәйәтенә
уҡыусыларҙың
иллюстрацияһы

11.

Яҙыусының «Дуҫ булайыҡ» повесына
иллюстрациялар

12. Яҙыусының әҫәрҙәренә уҡыусыларҙың иллюстрациялары

13.

Зәйнәб Биишеваның тыуған
ауылындағы йорт-музейы

14. Музей алдындағы бюсы

Мин рухымдың
аҫыл
хазинаһын,
илем, һиңә
биреп
ҡалдырҙым.
З.Биишева

15. Яҙыусы иҫтәлегенә

2008 йылда Башҡортостан республикаһының
«Китап» нәшриәтенә Зәйнәб Биишева
исеме бирелде.

16.

2008 йылда Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт
педагогия академияһына Зәйнәб Биишева
исеме бирелде.

17. Академияла яҙыусының музейы асылды

18.

Музейҙан бер күренеш
English     Русский Rules