Similar presentations:
Тыђлап Ађлау Этабы
1. ТЫђЛАП АђЛАУ ЭТАБЫ
ТЫҢЛАП АҢЛАУ ЭТАБЫӘҙерләне: Янбаева Алһыу Ғаян ҡыҙы
2.
Һүҙлекэше
Дуҫ – друг
Ишеттем- слышу
Ишетмәйем- не слышу
Ҡолаҡтар – уши
Ауыҙ – рот
Ҡош - птица
3.
Төлкө менән айыу(әкиәт)
Әкиәтте
тыңлайбыҙ
һәм нисә
тапҡыр дуҫ
һүҙе нисә
тапҡыр
ҡулланыла
икәнен шутлап
барығыҙ
4.
Борон бер заман бер айыу урманда турғай тотопалды, ти.
— Туҡта әле, өсөнсө көн төлкө өйрәк тотоп алыуы
менән маҡтанғайны. Мин дә уға барып маҡтанайым
әле, — ти.
Айыу, тургайҙы тешләп, төлкө янына килде, ти.
Төлкө уның турғай тешләп маҡтанырға уйлап
килеүен әллә ҡайҙан уҡ һиҙеп тора ине, ти.
Төлкө:
— Айыу дуҫ, ҡапҡаның нимә була? — тип һораны,
ти. Айыу тештәрен ҡыҫа биреп кепә:
— Турғай, — тине, ти. Төлкө:
— Айыу дуҫ, ишетмәйем. Бөгөн таш яҫтап
йоҡлағайным, ҡолаҡтарым тонған, шәберәк әйтсе,
— тигән булды, ти.
— Турғай, турғай!..
5.
— Бер ҙә генә ишетмәйем шул. Ауыҙыңа һыууртлаған кеүек һөйләйһең. Асығыраҡ әйтһәң ни
була, айыу дуҫ?
— Тур-ғай! — тигәйне, ауыҙындағы турғай пырр итеп
осто ла китте, ти.
Төлкө:
— Ә, ишеттем, ишеттем, турғай тиһең икән,— тигән
булды,ти.
Айыу:
— Ишетеүен ишеттең дә бит, тик турғайҙы осорттоң
шул,— тип һуҡранды, ти.
Шунан төлкө, аҡыл өйрәтмәксе булып:
— Маҡтана белмәйһең, айыу дуҫ! Дөрөҫөн әйткәндә,
һин шыр алйот, һиңә турғай тип әйтмәҫкә, ә ҡош
тиергә кәрәк ине. Шул саҡта тештәрең дә асылмаҫ,
турғай ҙа осмаҫ ине — тине, ти.
6.
ИҪЕГЕҘҘӘ ҠАЛДЫРЫҒЫҘАЙЫУ
МЕДВЕДЬ
7.
ИҪЕГЕҘҘӘ ҠАЛДЫРЫҒЫҘИҪЕГЕҘҘӘ ҠАЛДЫРЫҒЫҘ
ТУРҒАЙ
ВОРОБЕЙ
8.
ИҪЕГЕҘҘӘ ҠАЛДЫРЫҒЫҘИҪЕГЕҘҘӘ ҠАЛДЫРЫҒЫҘ
ТӨЛКӨ
ЛИСА
9.
ИҪЕГЕҘҘӘ ҠАЛДЫРЫҒЫҘӨЙРӘК
УТКА
10.
Әкиәттәге хатталарҙы тоҙәтегеҙһәм төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе
әйтегеҙ
Борон бер заман бер бүре урманда турғай сысҡан
алды, ти.
— Туҡта әле, өсөнсө көн ҡуян өйрәк тотоп алыуы
менән маҡтанғайны. Мин дә уға барып
маҡтанайым әле, — ти.
— … дуҫ, ҡапҡаның нимә була? — тип һораны, ти.
… тештәрен ҡыҫа биреп кепә:
— … , — тине, ти.
— … дуҫ, ишетмәйем. Бөгөн таш яҫтап
йоҡлағайным, башым тонған, шәберәк әйтсе, —
тигән булды, ти.
11.
Әкиәт буйынса план төҙөйөкмаҡтаныу маҡсаты менән төлкөгә
1. Айыу
китә
2.
Төлкө менән айыуҙың
диалогы
3.
Айыу төлкөнән
алдана
12.
Бирелгән һүрәттәр буйынсаһүҙбәйләнештәр төҙөргә
Хәйләкәр- хитрец
рәхимле, шәфҡәтле,
кешелекле,
мәрхәмәтле добрыймәрхәмәтле
13.
14.
Әкиәтте һөйләп ҡарағыҙБорон бер заман бер айыу урманда турғай тотоп
алды, ти.
— …, — ти.
Айыу, тургайҙы тешләп, төлкө янына килде, ти.
Төлкө уның турғай тешләп маҡтанырға уйлап
килеүен әллә ҡайҙан уҡ һиҙеп тора ине, ти.
Төлкө:
— …? — тип һораны, ти. Айыу тештәрен ҡыҫа
биреп кепә:
— …, — тине, ти. Төлкө:
— … . Бөгөн таш яҫтап йоҡлағайным, ҡолаҡтарым
тонған, шәберәк әйтсе, — тигән булды, ти.
— … !..
15.
— … . Ауыҙыңа һыу уртлаған кеүекһөйләйһең. Асығыраҡ әйтһәң ни була, айыу
дуҫ?
— … ! — тигәйне, ауыҙындағы турғай пырр
итеп осто ла китте, ти.
Төлкө:
— Ә, ишеттем, ишеттем, турғай тиһең икән,—
тигән булды,ти.
Айыу:
— … ,— тип һуҡранды, ти.
Шунан төлкө, аҡыл өйрәтмәксе булып:
— Маҡтана белмәйһең, айыу дуҫ! … . Шул
саҡта тештәрең дә асылмаҫ, турғай ҙа осмаҫ
ине — тине, ти.