299.19K
Category: biographybiography

Мостай Кәримдең ҡайһы әҫәрендә ҡыҙ һуғыш ваҡытында юғалған әсәһен эҙләй?

1.

2.

Мостай Кәримдең ҡайһы әҫәрендә ҡыҙ һуғыш
ваҡытында юғалған әсәһен эҙләй?
“Туй дауам
итә”
“Айгөл иле”
“Оҙон-оҙаҡ
бала саҡ”
“Ярлыҡау”
“Башҡорт
халҡына
яуап хат”

3.

Ҡайһы шағир “Үлтер , улым,
фашисты!” тип әмер бирә?
Назар Нәжми
Рәшит Ниғмәти
Мостай Кәрим

4.

Башҡорт атлылар дивизияһында йыш
булған яҙыусы, фольклорсы, “Утыҙ
батыр ҡалҡыулығы” очеркы,
“Башҡорттар” (1943), “Егеттәр” (1944)
китаптары авторы.
Төхвәт
Морат
Баязит
Дим
Хөсәйен
Ҡунаҡбай
Кирәй
Мәргән
Әкрәм
Вәли

5.

Ватан һуғышы йылдарында Кирәй Мәргән
“Комсомольская правда” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булараҡ
Башҡорт атлылар дивизияһында йыш була, дивизия
гәзите эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Һуғыш осоронда уның
“Башҡорттар” (1943), “Егеттәр” (1944), “Һуғыш
фольклоры” (1944) кеүек китаптары баҫылып сыҡты. Был
йыйынтыҡтарға ингән хикәйә һәм очерктарында
Башҡорт атлылар дивизияһы һалдаттарының
батырлығын , дивизия уҙған яу юлын күҙ алдына
баҫтыра. “Утыҙ батыр ҡалҡыулығы” очеркында
панфиловсыларҙың үлемһеҙ батырлығын ҡабатлаған
утыҙ башҡорт егетенең, бер аҙым артҡа сигенмәй,
дошман һөжүменә ҡаршы ике тәүлек буйына тиңһеҙ
алышын һүрәтләй. Совет халҡының батырлығын
һүрәтләгән “Яу”, фронт һәм тыл берҙәмлеген
сағылдырған “Минең семьям” кеүек пьесалары менән
был осорҙағы драма жанрына ла тос өлөш индерҙе.

6.

Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ ауылында тыуған,
үҙе теләп фронтҡа киткән, 1941 йылда
Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк булған
30 йәшлек шағир.
Бәҙрүш
Моҡамай
Мазһар
Абдуллин
Мөхәмәтйәров Хәй

7.

8.

“Батыр тураһында баллада”,
“Онотмаһын мине Тыуған ил”, “Хат”
шиғырҙары авторы, яуҙа үлеп
ҡалған шағир
Мәлих
Харис
Баязит
Дим
Сыңғыҙ
Ханов
Али
Карнай
Хөсәйен
Ҡунаҡбай

9.

10.

Үҙенең яҡын дуҫы Мәлих Харисҡа арнап,
Назар Нәжми ниндәй әҫәр ижад иткән?
“Йыр тураһында баллада”
“Ҡапҡалар”
“Шағир һәм шаһ”

11.

Генерал –майор Шайморатовҡа
арналған йырҙың һүҙҙәрен кем
яҙған?
Али Карнай
Ҡадир Даян
Муса Ғәли

12.

Шайморатов генерал.
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал.
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.
Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы.
Дошмандарға ябырылғанда,
Утлы дауыл ҡуптарҙы.
Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән.
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.

13.

Советтар Союзы Геройы Мәғүбә
Сыртланова тураһындағы “Ташлама мине”
документаль повесының авторы,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Файыҡ
Мөхәмәтйәнов
Шакир Янбаев
Суфиян
Поварисов

14.

Суфиян Поварисов 1942 йылда хеҙмәткә алына.
Миномет расчеты командиры булараҡ яу
яландарында ҡатнаша. Курск дуғаһынан башлап
Украина, Польша, Румыния, Венгрия,Германия,
Чехословакия ерҙәрен фашизм ҡоллоғонан азат
итеүҙә ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә
Дан ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.
С. Поварисов батырлығы менән легендаға әйләнгән
Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова
тураһындағы “Ташлама мине”, шулай уҡ Советтар
Союзы Геройы Ферапонтовтың ҡаһарманлығын
һүрәтләгән “Осрашырбыҙ әле” повестарын яҙа.
“Яҙмыш ҡорбандары” романында Иглин районында
формалашҡан айырым миномет полкы
яугирҙарының , оҙон юл үтеп, Прагала фашистарҙы
тар-мар итеп үткән юлы һүрәтләнә.

15.

Әрме сафында 30 йыл хеҙмәт иткән, юғары
хәрби дәрәжә – полковник званиеһы
алыуға өлгәшкән яҙыусы, “Атылған
йондоҙҙар”, “Хыял күккә саҡыра” һ.б
китаптар авторы
Азат Мағазов
Әхнәф Байрамов
Зөлфәр Хисмәтуллин

16.

Азат Мағазов 1943 йылда Ҡыҙыл Армияға алына, кесе
авиабелгестәр һәм механиктар мәктәбендә уҡый.
Штурмовой авиаполк составында немец
илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1948 – 1951
йылдарҙа авиаштурмдар училищеһында уҡый.
А.Мағазов курсанттарҙың штурм инструкторы, звено
штурманы, ВВС сәйәси бүлегенең инструкторы булып
хеҙмәт итә. Утыҙ йыл хәрби хеҙмәттә булғандан һуң,
1972 йылда отставкаға сыға. II дәрәжә Ватан һуғышы,
Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән
наградланған. Хәҙерге көндә ул республика
Тыныслыҡты яҡлау комитеты рәйесе вазифаһын
башҡара.
Әҙәбиәт менән йәштән үк ҡыҙыҡһына, һуғыш
осоронда республика гәзиттәрендә шиғырҙары, хәрби
гәзиттәрҙә хикәйәләре сыға. Ижад эше менән
отставкаға сыҡҡандан һуң ғына актив шөғөлләнә
башлай. Әҫәрҙәре летчиктр тормошона бәйле.
“Шоңҡар юлы”, “Һауаларҙа – йондоҙ”, “Осоу”,
“Атылған йондоҙҙар”, “Тыуған ер хаҡына”,”Хыял күккә
саҡыра” һ.б. китаптары бар.

17.

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин тураһындағы
романдың авторы
Әнүәр
Бикчәнтә
йев
Сөләймән
Муллабаев
Яныбай
Хамматов
Талха
Ғиниәтуллин
Әмир Чаныш

18.

“Башҡорт халҡының
Островскийы” тип
кемде атайҙар?
Ибраһим
Ғиззәтуллин
Нәжип Иҙелбай
Динис Исламов

19.

Беренсе группа Ватан һуғышы инвалиды, ике
тиҫтәгә яҡын китаптар авторы, күренекле яҙыусы
Ибраһим Ғиззәтуллинды башҡорт халҡының
Островскийы тип атайҙар ине. Был бик урынлы һәм
хаҡ. Педагогия училищеһын тамамлап,
ауылдарында уҡытыусы булып эшләгән
И.Ғиззәтуллин 30-сы йылдар аҙағында армия
сафына алына. Алыҫ Көнсығышта взвод командиры
ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Һуғыштың башынан уҡ
Төньяҡ –Көнбайыш фронтына эләгә, 1941 йылдың
октябрь айында ҡаты яралана, ҡабат һуғышта
ҡатнаша алмай. Шунан аҙаҡ ул, түшәктә ятҡан
килеш, ҡулына ҡәләм алып яҙыша башлай.
Батырлыҡтары өсөн ул I дәрәжә Ватан һуғышы, III
дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән
наградлана.
Шундай ауыр хәлдә булыуына ҡарамаҫтан,
уның рухы һынмай, һуғыш осоронда гәзиттәрҙә
хикәйәләре , очерктары баҫыла. “Яңынан сафта”,
“Йәшәү йәме”, “Тормош һуҡмаҡтары”, “Икенсе
бейеклек”, “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” йыйынтыҡтары
авторы

20.

Шакирйән Мөхәмәтйәнов тураһындағы
“Бөркөт һауала үлә” повесының
авторы.
Шәриф
Биҡҡол
Ғәли
Ибраһимов
Тимер
Арыҫлан
Нәжиб
Асанбаев
Әнүәр
Бикчәнтәйев

21.

Генерал Шайморатовҡа, Даян Мурзинға
арналған драмалар авторы, “Ҡояш
байымай ҙа байымай”, “Тол ҡатындар
иламай” романдарын яҙыусы.
Нәжиб
Асанбаев
Ибраһим
Абдуллин
Ғилемдар
Рамазанов
Нур
Зарипов

22.

: Ғәскәри хеҙмәтен 1940 йылда Иран сигендә
башлаған Ибраһим Абдуллин һуғыш башланыу
менән фронтҡа ебәрелә.Сталинград өсөн барған ҡот
осҡос һуғыштарҙа ҡаты яралана.Госпиталдән һуң
батальон командиры ярҙамсыһы була. 1945 йылда,
ауырыу сәбәпле, демобилизациялана. I дәрәжә
Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар
менән наградлана.
И.Абдуллин Бөйөк Ватан һуғышы тураһында иң күп
яҙған яҙыусылыр. “Генерал Шайморатов”
(Ш.Насиров менән бергә), “Миләүшә яҙ килтерә
(Даян Мурзин тураһында), “Йыр булып ҡайтырмын”
драмалары,”Тиле йәшлек”, “Эх, Өфө ҡыҙҙары!”
“Яратам, яратам...” комедиялары авторы. “Хуш,
Рим!”, “Тол ҡатындар иламай”, “Ҡош юлынан
барам”, “Ҡояш байымай ҙа байымай”,”Тау артында
тауҙар бар” романдарын яҙған.

23.

Яҙыусылар араһында иң оҙаҡ – 1940
йылдан 1949 йылға тиклем хәрби хеҙмәттә
булған яҙыусы, драматург, “Яралы яҙмыш”
драмаһы авторы
Әхиәр Хәкимов
Нәжиб Асанбаев
Ибраһим Абдуллин

24.

Нәжиб Асанбаев 1940 йылда уҡытыусы булып
эшләгәндә Ҡыҙыл Армияға алына. Бер йыл Алыҫ
Көнсығышта хеҙмәт иткәс, Рязандағы артиллерия
училищеһына уҡырға ебәрелә.1942 – 1945 йылдарҙа
Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры
булараҡ ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн I һәм II
дәрәжә Ватан һуғышы, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордендары,
миҙалдар менәннаградлана. Ул яҙыусылар
араһынан иң оҙаҡ, 1949 йылға тиклем, хәрби
хеҙмәттә була. “Яралы яҙмыш” драмаһы өсөн
Н.Асанбаевҡа Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына арналған
конкурста премия бирелде.

25.

15 йәше лә тулыр –тулмаҫтан Ватан
һуғышында ҡатнашҡан яҙыусы, күп
романдар авторы, шул иҫәптән
“Күпер”, “Бәйге” повестары авторы
Сөләймән Муллабаев
Хәким Ғиләжев
Әхиәр Хәкимов

26.

Ҡайһы шағирҙың шиырында дошман
пуляһы батырҙың комсомол билетын
тишеп үтә, һәм шул уҡ хәл шағирҙың
үҙе менән дә ҡабатлана?
Ғилемдар
Рамазанов
Мостай Кәрим
Ғәйнан Әмири
Сабир Кинйәкәй

27.

Баймаҡ районында тыуып үҫкән шағир,
Аксаков, Гоголь, Айтматов, Горький һ.б.
әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеүсе,
“Ел, ерәнем” шиғырының авторы.
Яҡуп Ҡолмой
Фәйзи Ғүмәров
Нәжип Иҙелбай

28.

Танк ротаһы командиры сифатында
Мәскәүҙән алып Берлинғаса һуғыштарҙа
ҡатнашҡан яҡташ яҙыусы, хикәйәләр
оҫтаһы.
Зөлфәр Хисмәтуллин
Яныбай Хамматов
Ғабдулла Байбурин

29.

Зөлфәр Фазылетдин улы Хисмәтуллин 1923 йылдың
11 июлендә Башҡортостандың Белорет районы
Юғары Сермән ауылында тыуған. Ошо ауылда ете
йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет
металлургия техникумына уҡырға инә. 1941 йылда
Белорет металлургия заводында техник булып
эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1946 йылда армиянан ҡайта.
“Пионер”, “Ағиҙел”, “Һәнәк”, “Крокодил”, “Чаян”
журналдарында уның үҙенсәлекле ҡыҫҡа
хикәйәләре, фельетондары йыш күренә башлай.
Юмор һәм сатира алымдары менән һуғарылған
“Әбейҙәр сыуағы”, “Алмаш-тилмәш”, “Шундайшундай эштәр”, “Ҡунаҡта”, “Мөхәббәт серҙәре”
китаптары бар

30.

Баймаҡ районында тыуып , бәләкәй
сағынан уҡ етем ҡалған, һуғыш ваҡытында
контузия алып, бөтөнләй һуҡырайып
ҡайтҡан шағир.
Ибраһим Ғиззәтуллин
Әкрәм Вәли
Батыр Вәлид

31.

32.

Үҙенә полковник званиеһы бирелеүе
тураһында приказды ишетеү бәхетенә
ирешә алмай, әсирлеккә эләгеп, Дахау
концлагерында немецтарға ҡаршы
восстаниеның етәксеһе булған, язаланып
үлтерелгән шағир.
Рәхим Саттар
Хәйретдин
Мөжәй
Муса Йәлил

33.

34.

Бәхет өсөн.
Ил эсендә эсендә гел тыныслыҡ булһа,
Ҡояш йәйһә нурлы ҡосағын.
Туғандарың иҫән-имен булһа,
Йылы булһа ғаилә усағы.
Ҡушымта. Ожмах кеүек тыуған еребеҙҙә,
Бәхет өсөн тағы ни кәрәк.
Теүәл булһын өсөн был
донъялар,
Булһын өсөн донъя түңәрәк.
Татлы йоҡоларҙан яңы бешкән,
Тәмле икмәк еҫе уятһа.
Кисен өләсәйҙең йомшаҡ теле.
Єкиәттәр һөйләп ойотһа.
Атай һөйөп ҡуйһа арҡаларҙан,
Єсәй наҙлап сәстән һыйпаһа.
Беҙҙе үҫтереүсе ҡыуаныстар,
Йорт эсенә генә һыймаһа.
English     Русский Rules