Similar presentations:
Иң яҡшы башҡорт класы конкурсына
1.
«Иң яҡшы башҡорт класы»район конкурсына
Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназияинтернатының 10-сы класын конкурсҡа
тәҡдим итеүсе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Исмәғилева Г.И.
2.
Башҡорт теле – туған телем3.
Күңелең киң, рухың бөркөткә тиң,Моңоң тәрән һинең, башҡортом!
Тел ҡеүәһе ниндәй, һүҙ ҡеүәһе! –
Йөрәгемде шулар яҡтыртты.
Хәсән Назар
4.
Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернатының10-сы класы менән
танышырға саҡырабыҙ!
- Һеҙ кем, тиһегеҙме?
- Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡ.Аралбайҙың
һүҙҙәре менән яуап бирәбеҙ:
Беҙ бит –
батшаларҙы ҡалтыратҡан
Салауат, Батыршалар тоҡомо.
5.
Сәләмләү:Районда бар иң күркәм бер уҡыу йорто –
Белем биреп, тәрбиәләйҙәр беҙҙе унда.
Башҡортлоҡтоң уты бында, бында ҡото,
Уҡыйбыҙ беҙ шау-гөр килеп быйыл 10да.
Күҙҙәребеҙ, йөҙҙәребеҙ яна бында,
Рух һалына йөрәктәрҙең иң түренә,
Күкрәк һуғып, халҡым менән ғорурлана
Бында уҡыған, бында булған һәр бер бала.
Бына ошо йорттан һеҙгә ҡайнар сәләм,
Унынсылар юллай һеҙгә изге хәбәр:
Ул да булһа, «башҡорт булып йәшәр өсөн,
Булығыҙ һеҙ бер аҙ ғына моңло күңел,
Аңлы күңел, рухлы күңел һәм дә сабыр,
Йөрәк менән, күңел менән илде һөйөр,
Эшең менән, һүҙең менән телде һөйөр!»
6.
Беҙҙең девиз:Тыуған иле – иркенлектер
Ҡош-ҡорттоң.
Мәңге азат, ирекле бул,
Башҡортом.
Рәмил Йәнбәк.
7.
Беҙ, беҙ, беҙ инек,Төрлө яҡтан йыйылдыҡ.
Ете егет, туғыҙ ҡыҙ
Бер класҡа тупландыҡ!
8.
Гимназия-интернатының 10-сы класындаүҙ туған телен белгән, үҙ туған телен һөйгән,
башҡорт рухлы, халҡы моңон, көйөн, халыҡ
тарихын, йолаларын, ижадын теләп өйрәнгән
егеттәр, ҡыҙҙар уҡый.
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһынды барасаҡбыҙ!
М.Кәрим.
9.
Башҡорт теле – туған телем!Йылҡыбаева Айзидә
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
буйынса төбәк-ара
олимпиадала ике йыл рәттән
призер.
Бик күп төбәк-ара фәнниғәмәли конференциялар
призеры
10.
Башҡорт теле – туған телем!Ильбаева Миңзәлә
Халыҡ-ара туған
телдәр көнөнә арналған
Туған телдәр Бөтә
Рәсәй акцияһында
әүҙем ҡатнашыусы
Был акцияла Миңзәлә Б.Бикбайҙың
«Туған тел» шиғырын яттан һөйләне.
11.
Башҡорт теле – туған телем!Галина Азалия
«Башҡортостан, һине
яратам!»
II Республика
конкурсында
II дәрәжәле диплом
12.
Меңәр йылдар аша килеп еткәнБашҡорт телем йәшәү көсө бирә,
Башҡорт телем минең – моң телем.
Йөрәгемә үтеп инә лә...
Ошо телде беҙгә бүләк иткән
Әйтерһең дә, “һин йәшәтһәң мине,
Ата-бабам минең – бәхетем.
Башҡорт теле шундай моңло бит,
Мин дә – һине” тиеп инәлә.
Унда сағыла барлыҡ тойғо, хис.
Башҡорт телем, һинән дә моңлораҡ
Тормош йәме, өмөт һәм хыялдар,
Бармы тағы берәй тел илдә?
Йәшәүгә дәрт, дарман һәм дә көс.
Башҡорт теле йәшәр киләсәктә,
Беҙ, балалар, уны яратһаҡ.
Килер быуындарға бишек йырын
Туған телдәрендә яңғ(ы)ратһаҡ.
Башҡорт телем менән рухланып,
Ныҡлы баҫып торам мин ерҙә.
Галина Азалия
10-сы класс уҡыусыһы
13.
Туған телемӘсәм теле миңә яҡшы таныш
Ишеттем мин уны бишектә!
Татлы, моңло таныш тауыш
Аралашырға өйрәтә бөгөн дә!
Туған телем аша аралашам,
Тыуып үҫкән ошо еремдә.
Телем менән үҙем ғорурланам –
Ниндәй моңло үҙе бөгөн дә.
Тел тигәндә, илем күҙ уңымда,
Телем кеүек ул да ҡәҙерле
Ғорур ғына башҡорт булырмын мин,
Телем, илем булһа ғүмерле.
Нурисламов Илдар
10-сы класс уҡыусыһы
14.
Башҡорт теле – туған телем!(Хәким Кәримовтың тыуыуына 130 йыл тулыу
уңайынан үткәрелгән республика
интернет-викторинала ҡатнашыусылар)
15.
Башҡорт теле – туған телем!(Хәким Кәримовтың тыуыуына 130 йыл тулыу
уңайынан үткәрелгән республика
интернет-викторинала ҡатнашыусылар)
16.
Башҡорт теле – туған телем!Тел!
Кеше өсөн
иң
мөһим
әйберҙәрҙең береһе – ул уның туған теле.
Тормошоңдоң беренсе көнөндә үк, юҡ, әсәң ҡарынында ятҡанда уҡ һин үҙ
телең менән танышаһың. Яғымлы башҡорт
телен әсәйеңдән, атайыңдан,
туғандарыңдан ишетәһең. Иң тәү ишеткән һүҙҙәр һинең ҡолағыңа иң матур
һүҙҙәр булып ишетелә, күңелеңә иң яғымлы һүҙҙәр булып инеп ята.
Минең уйлауымса, телеңде һөйөү – ул илеңде һөйөү. Илең – ул һинең тыуған
өйөңдән һуң иң яҡын һәм йылы урындарҙың береһе. Һин үҙ илеңдә йылы
ҡосаҡта йәшәгәндәй йәшәйәсәкһең, ҡайҙа йөрөһәң дә, һинең күңелең тыуған
илеңдә буласаҡ. Унан да яҡыныраҡ урын юҡ ул ер шарында! Телең һәм илең
ярҙамында һин ысын кеше булып ҡалаһың.Телеңде, илеңде бөтә күңелең менән
ярат, ҡәҙерлә һәм, иң мөһиме, һаҡла, дошмандарҙан һаҡла!
Ғафарова Раушания
10-сы класс уҡыусыһы
17.
Ҡурай моңдарына бейей егет,Дәрттәренән һис тә һүнмәгән.
Туған моңдар үҙәктәрҙе өҙә –
Башҡорт рухы йәшәй, һүнмәгән!
(Ә.Таһирова.)
18.
Башҡорт теле – туған телем!Ниндәй бәхет ул үҙ туған телеңдә „атай”, „әсәй” тип әйтеү
һәм әйтә белеү! Тел аралашыу сараһы ғына түгел. Ул – халҡым
тарихы! Туған телем беҙҙең көндәргә еткәнсе оҙон һәм
ҡаршылыҡлы юлдар үткән. Ләкин, ниндәй генә кәртәләр
булмаһын, халҡым туған теле өсөн йәнен-тәнен аямай
көрәшкән һәм бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алған. Бай тарихлы
туған телем быуындан-быуынға күсә килгән һәм бөгөн дә йәшәй!
Донъялағы һәр кешенең ата-әсә ҡаны аша күскән, уның
айырылғыһыҙ бер өлөшө булып торған туған теле бар. Был телде
бер кем дә һәм бер нисек тә тартып ала алмай. Туған телебеҙ
яҙмышы хәстәрлекле ҡулдарҙа тип ышандыра алам. Мәңге
йәшәр һөйөклө телем – Башҡорт теле!
Йылҡыбаева Айзидә
10-сы класс уҡыусыһы
19.
Башҡорт теле – туған телем!20.
Башҡорт теле – туған телем!• Туған тел һүҙен ишеткәс тә, тыуған яҡ, атай менән әсәй иҫкә төшә. Ни өсөн
тигәндә, туған тел – ул ата-әсә теле, тыуғас та ишеткән тел.
Телен һөйөп, илен һөйөп йәшәмәгән кешене бәхетһеҙ тип тә әйтеп булалыр,
минең уйлауымса. Сөнки ул үҙ мәҙәниәтенә, теленә, йолаларына, иленә ҡарата
һөйөүҙе тоймай. Иленең матур тәбиғәте менән һоҡланмай, туған телендәге наҙлы
һүҙҙәрҙе, матур йырҙарҙы, әкиәттәрҙе ишеткәс, күңеле йырлы-моңло тойғолар
менән тулмай.
Һәр кешенең теле үҙенә яҡын һәм бай, ә телен һөймәгән кешегә бер телдә
бай ҙа түгел, яҡын да түгел. Һөйөү туған телдән һәм илдән башлана.
Урманбәтова Гөлфинә
10-сы класс уҡыусыһы
21.
«Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәликонференцияһының «Күкрәгемдән ҡоштар осорам…»
номинацияһында ҡатнашыусы егеттәр
Видеояҙмаға һылтанма:
https://vk.com/video103560356_456239928
22.
Башҡорт теле йылына арнап, республикакимәлендә үткәрелгән муниципаль-ара фәнниғәмәли конференцияға 4 эҙләнеү эше ебәрелде
23.
Муниципаль-ара конференциялаЙылҡыбаева Айзидәнең эше
III дәрәжәле Дипломға
лайыҡ булды
24.
10-сыларҙың I сиректә эшләгән коллективпроект эше (ҡулдан эшләнгән китапсыҡ)
25.
Һуңғы һүҙ урынына...«Булыр бала – биләүҙән» тигән бик аҡыллы фекер йәшәй беҙҙең
халыҡта.
5-се кластан алып был класты башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән
уҡытам. Туған телебеҙҙең серле лә, бай ҙа, яғымлы ла, кәрәкле лә
булыуын
күңелдәренә
һалырға
тырышам. Күреүебеҙсә,
тырышлыҡ бушҡа булмаған. Балаларҙың
бәләкәс кенә
йөрәктәренә осҡон һалынған. Иманым камил, ул дөрләп яныр
усаҡҡа әйләнәсәк. Мин быны уҡыусыларымдың күҙҙәрендә
күрәм, тын алыштарынан тоям, туған телдәренә ҡарата
мөнәсәбәттәренән беләм. Минең ышанысымды аҡларҙар улар...