929.50K
Categories: biographybiography artart

Живопись, һынлы һүрәт сәнғәте

1.

Живопись, һынлы һүрәт сәнғәте —
һынлы сәнғәттең бер төрө, күргән
образдарҙы төҫлө буяуҙар ярҙамында
ҡағыҙҙа һүрәтләү; Ысынбарлыҡтағы
төрлө күренеш һәм предметтарҙы
буяуҙар менән һүрәтләй торған һынлы
сәнғәт төрө һәм ошо сәнғәт төрөнөң
әҫәре; төрлө төҫтәге майлы буяуҙар
менән төшөрөлгән һүрәт.

2.


Живопись 5 төргә бүленә:
станоклы,
ҙур күләмле,
биҙәүле,
театр биҙәүле,
миниатюр

3.

• Ҡасим Дәүләткилдиев башҡорт совет рәссамы, СССР
хужожниктар Союзы ағзаһы,
башҡорт рәссам сәнғәтенә
нигеҙ һалыусы.

4.

• Тормош юлы Дәүләткилдиев Ҡасим
Сәлиәсҡәр улы 1887 йылдың апрель
айында Өфө губернаһында Күгел ауылында
тыуған. Ул бик йәшләй етем ҡала. Өфө
ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. 21
йәшендә Ҡасим Дәүләткилдиев, ҙур
ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургка бара һәм
Юғары художество-сәнәғәт училищеһына
уҡырға инә. Училищены тамамлағандан һуң,
ул Художество академияһына конкурс
буйынса ирекле тыңлаусы булып алына.
Әммә ул академияла оҙаҡ уҡый алмай. 1917
йылда Өфөгә ҡайта һәм ғүмеренең
ахырынаса (1947 йылғаса) Өфөлә йәшәй..

5.

6.

7.

• 1913 йылда купец Лаптев тарафынан
төҙөлгән йортта М.В.Нестеров музейы
урынлашҡан Октябрь революцияһы еңгәндән
һуң, Өфөлә совет рәссамдары берекмәһен
төҙөү осоронда, Ҡасим Дәүләткилдиев
тормош эсендә ҡайнай. Ул Өфөлә
революцион Рәсәй рәссамдары берекмәһен
ойоштороусыларҙың береһе була. М. В.
Нестеров Өфө художество музейына нигеҙ
һалғас, К. Дәүләткилдиев бер ни тиклем
ваҡыт шунда эшләй. 20-се һәм 30-сы
йылдарҙа ул халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу
өсөн экспедицияларҙа йөрөй.

8.

9.

• 1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы
асылғас, К. Дәүләткилдиев унда беренсе
башкорт педагогы була. Төрлө уҡыу
йорттарында уҡытыусылыҡ эшенә ул
ғүмеренең 25 йылы сәмаһын арнаны. Ғ.
Имашева, Р. Ишбулатов һәм башҡалар унан
уҡып белем алдылар, А. Тюлькин, И. Урядов
уның менән бергә эшләнеләр. Рәссамдың
әҫәрҙәре — уның халыҡҡа биргән ҡиммәтле
бүләге ул. Был әҫәрҙәрҙең бөтәһе лә тиерлек
художество музейында һаҡлана. Уларҙың
күбеһе акварель, күмер менән яһалған
һүрәттәр, шулай уҡ 1908—1914 йылдарҙағы
ҡәләм менән эшләнгән өйрәнсек һүрәттәр
альбомы.

10.

11.

12.

• “Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ” Был картиналағы ҡыҙ
Белорет районы Берештамаҡ ауылы ҡыҙы
Мәрйәм Йомағол ҡыҙы Мостафина.
“Уҫмәнғәле ауылында йәшәй инек. Беҙгә ике
ағай килеп инде.Береһе ҡаҡса,оҙон буйлы.
Икенсеһе-тәпәшәгерәк буйлыһы,башҡортса
һөйләшә ине.Улар,һине һүрәткә төшөрәбеҙ
тигәс,мин ҡаушап ҡалдым.Шунан
ризалаштым да,матур күлдәгемде кейеп
ултырҙым. Бик тартынып ҡына, тик кенә
ултырҙым.Һүрәттә лә шулай сыҡҡанмын”,тип хәтерләй ул.
English     Русский Rules