“Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы” 
Рус телле балаларға башҡорт телен уҡытыу проблемалары:
Рус телле балаларға башҡорт телен нисек уҡытырға?
68.00K
Category: economicseconomics

Стратегия развития башкирского народа. Рус телле балаларға башҡорт телен уҡытыу (часть 1)

1. “Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы” 

“Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы”
• Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы
йүнәлеш: башҡорт теле.
Рус телле балаларға
башҡорт телен уҡытыу
Автор:
Шаһиев Фәнүр Фәнит улы,
Башҡортостан,
Учалы районы, Һәйтәк ауылы.
2019 йыл.

2. Рус телле балаларға башҡорт телен уҡытыу проблемалары:

• 1) Программалар дөрөҫ төҙөлмәгән.
• 2) Уҡытыу өсөн яңы сифатлы әсбаптар, методик
ҡулланмалар, матур, сағыу китаптар юҡ.
• 3) Башҡорт телен үҫтереү өсөн төрлө һөнәр эйәләрен
йәлеп ителмәй.
• 4) Йәнһүрәттәрҙе башҡортса күп тәржемә ителмәй, ә улар
дәрестә киң ҡулланылмай. Уҡытыусылар интернеттан
эҙләргә мәжбүрҙәр.
• 5) Йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмау.

3.

• 6) Бер дәрестә күп һүҙҙәр өйрәтеү. Дәрестә күп һүҙ
өйрәтелмәһә лә, шул һүҙҙәр менән һөйләмдәр
төҙөгәндә күп таныш булмаған һүҙҙәр ҡулланыла.
Һөҙөмтәлә күп һүҙ өйрәнеү килеп сыға. Ҙур һәм
ҡатмарлы һөйләмдәр биреү. Өйрәнелгән һүҙҙәрҙе йыш
ҡулланмау.
• 7) Һүҙ- һүрәт- йәнһүрәт- фильм-йыр методын ҡулланмау.
• 8) Ҡыҙыҡһындырыу юҡ. Талапсанлыҡ юҡ. Шуға ла
һөҙөмтә юҡ.
• 9) Рус телле балаларға башҡорт теленен кәрәге юҡ тип
уйлау.
• 10) Уҡытыусылар күҙлегенән генә түгел, уҡыусылар
күҙлегенән дә ҡарарға кәрәк. Балаларға нимә ҡыҙыҡ
принцибын ҡулланмау.
• 11) Башҡорт теле кабинеттарын электрон яҡтан
йыһазландырылмаған.
• 12) Уҡытыусыларҙы курстарҙа практик яҡтан өйрәтмәү.

4. Рус телле балаларға башҡорт телен нисек уҡытырға?

• 1) Программаларҙы үҙгәртергә. Стандарттар hәм юғары
технологияларҙы ҡулланырға.
• 2) Уҡытыу өсөн яңы сифатлы әсбаптар, методик
ҡулланмалар сығарырға.
• 3) Башҡорт телен үҫтереү өсөн төрлө һөнәр эйәләрен
йәлеп итергә, китап- әсбаптар сығарғанда уларға
мөрәжәғәт итергә.

5.

• 4) Йәнһүрәттәрҙе башҡортса күп тәржемә итергә һәм
уларҙы дәрестә киң ҡулланырға. Озвучкала төрлө
тембрлы төрлө йәш кешеләрен йәлеп итергә.
Балаларҙы йәлеп итергә. Дәрестә балалар үҙҙәре
озвучка эшләй ала. “Тамыр” студияһы менән тура
бәйләнеш булдырырға. Уҡытыусылар интернеттан
эҙләп ултырмаһындар өсөн һәр тема буйынса
лицензиялы “Тамыр” мультпакеттарын бирергә.
• 5) Йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға. Балалар
баҡсаһында башларға кәрәк. Башланғыс синыфтар
өсөн күберәк уйын формаһында үткәреү.
• 6) Ҡыҙыҡлы балалар китаптарын сығарыу- уҡырға
этәргес бер көс. Рус һәм сит ил яҙыусыларының
ҡыҙыҡлы ҡыҫҡа әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә
итеү.

6.

• 7) Башҡорт теле буйынса китаптарҙы яҙырға профессорҙар
менән бер рәттән ябай практик уҡытыусыларҙы ла йәлеп
итергә. Сит телдәрҙе өйрәнеү ысулдарын ҡулланырға.
Туғандаш халыҡтарҙың тәжрибәлере менән танышырға
• 8) Совет осоро китаптарын да өлөшләтә ҡулланыу. Ябай,
ҡыҫҡа, фәһемле, мауыҡтырғыс әкиәттәр, балалар
яҙыусыларының әҫәрҙәрен ҡулланыу.
• 9) Иң йыш ҡулланылған 2000 һүҙҙән торған рус- башҡорт
һүҙлек төҙөргә кәрәк. Шул һүҙлекте 9 йыл дауамында
өйрәнергә, ятларға, ә 9 синыфты тамамлағанда белергә
тейештәр.
• 10) ГОСТ индереү: һәр класты тамамлағанда кәмендә нисә
һүҙ белеү мотлаҡ, ниндәй һөйләмдәр төҙөй белергә
тейеш. Көнөнә башҡортса 1 һүҙ ятлау принцибы. Аҙнаһына
7 һүҙ, йылына 200 тирәһе килеп сыға. 9 синыфты
тамамлағанда 2 мең тирәһе һүҙ байлығы булырға тейеш.
Һүҙлек байлығы башҡорт телендә аралашырлыҡ була.

7.

• 11) Кем күберәк башҡортса һүҙ белә тигән ярыш
ойошторорға: миҙалдар тапшырырға 10, 50, 100, 500, 1000
һүҙ өсөн.
• 12) Күсәгилешле, эҙмә- эҙлекле барған Программа
төҙөргә.
• 13) Яңылышмаһам, башҡорт телен үҫтереүгә Грант итеп
150 миллион һум бүленгән. Ул аҡса тәү сиратта башҡорт
телен үҫтерергә китергә тейеш: Программаларға, яңы
әсбаптәргә, методик ҡулланмаларға, китаптарға,
йәнһүрәттәргә.
• 14) Икенсе сит теле урынына мотлаҡ рәүештә, икенсе
дәүләт теле булараҡ аҙнаһына кәмендә 2 сәғәт башҡорт
телен уҡытырға.
• 15) Девиз: “Ябайҙан- ҡатмарлыға”, “Һан менән түгел, сифат
менән”. ”Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы” принцибын ҡулланырға.
Һәр һүҙ, һәр һөйләм, һәр һүрәт тикшерелгән, урынлы,
ҡыҙыҡлы, кәрәкле булырға тейеш. Дәрестәрҙә үтелгән
һүҙҙәрҙән генә һөйләмдәр төҙөргә кәрәк, уларҙы йыш
ҡулланырға.

8.

• 16) Төп эштән ваҡытлыса бушатып, эшлекле группа
төҙөп, башҡорт теле әсбаптары өҫтөндә эшләргә һәм
мәктәптәрҙә, телде өйрәнергә теләүселәр араһында
экспереминталь группаларҙа тикшереп ҡарарға.
• 17) Иң яҡшы теоретик, практик уҡытыусыларҙың
эштәрен киң таратыу, уларҙы аҡсалата премия менән
дәртләндереү.
• 18) Укытыусыларҙы курстарҙа практик яҡтан өйрәтергә.
Уҡытыу, белемде камилләштереүҙең алымдарын
үҙгәртеү.
• 19) Туған телен белмәгән башҡорттарҙы, сит өлкәләрҙә
йәшәгән башҡорттарҙы шул китап-әсбаптәр менән
уҡытырға була.
• 20) Балалар баҡсалары өсөн башҡорт әкиәттәре,
йәнһүрәттәре, книжка- раскраскалар сығарырға.
Башҡорт өндәрен һәм беренсе башҡорт һүҙҙәрен
өйрәнә башларға.
English     Русский Rules