25 март — 3 апрель 2016 йыл
Вики-Йәйләү 2016
15-17 июль 2016 йыл
Бөрйән районының Байназар ауылында
28 ғинуар 2017 йыл
18 февраль 2017 йыл
«Кулинария марафоны» һәм «Ҡышҡы БУМ» вики-бәйгеләре еңеүселәре бүләкләнде.
22 февраль 2017 йыл
12-13 март 2017 йыл Бөрйәндә викидәрес
22 апрель 2017 Бөрйән районында вики-осрашыу
16 августа Бөрйән районының үҙәк китапханаһында урындағы ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе — Рәшиҙә Ғизәтуллина) менән «Баҙал» ижадсылар
22 август 2017
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла вики-осрашыу
14—15 октябрь
«
14 апрелдә башҡорт википедиясылары сираттағы вики-осрашыуға йыйылды.
Статистика
31.05.2018 - 20.06.2018
Бөрйән википедистары
21.34M
Category: internetinternet

Бөрйән ағинәйҙәр төркөмө эшенең бер йүнәлеше

1.

Бөрйән ағинәйҙәр төркөмө эшенең бер
йүнәлеше

2.

3.

4.

5.

6.

7.

8.

9.

10.

11.

12.

13.

https://ba.wikibooks.org/wiki/%D0%92%D0%B8%D0%BA%D0%B8%D0%B4%
D3%99%D1%80%D0%B5%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BA:%D0%91%D
0%B0%D1%88_%D0%B1%D0%B8%D1%82

14.

Робинзон мәктәбе
Халыҡ медицинаһы

15.

16.

17. 25 март — 3 апрель 2016 йыл

Салауат районында урынлашҡан
«Янғантау» шифаханһында вики-семинар
үтте, унда 25 кеше ҡатнашты.
Маҡсаты — тәжрибә уртаҡлашыу һәм
викимедиа проекттарының система
хәбәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү.

18.

С.Юлаевтың музейында
Рәми Ғәриповтың йортмузейында

19. Вики-Йәйләү 2016

20. 15-17 июль 2016 йыл

Бөрйән районында Вики-Йәйләү 2016
«Шүлгәнташ» исемле берләштерелгән
сара — вики-семинар һәм викиэкспедиция үтте. Уларҙа Башҡорт
Википедияһының 25 ирекмәне ҡатнашты

21.

3 сентябрь 2016 йыл
«Иҙел» кафеһында сираттағы осрашыу үтте.
Осрашыуҙа тәжрибәле википедистар менән бергә йәш ирекмәндәр Илүзә һәм
Зөлхизәнең ҡатнашыуы шатлыҡлы булды.
Йыйылғандар Вики-милеккә фотографиялар тейәү, эстәлекте тәржемә итеү
редакторы менән эшләү буйынса фекер алышты.
Киләсәктәге вики-марафондар һәм конкурстар тураһында йәнле кәңәшләшеү
ойошторолдо, яңы вики-осрашыуҙар үткәреү тураһында пландар ҡоролдо.
Вики-яҙ 2016 конкурсында әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды.
Башҡарасаҡ эштәр тураһында һөйләшеү сәй артында ла дауам итте.

22. Бөрйән районының Байназар ауылында

Википедия ирекмәндәре һәм Вики-өләсәйҙәр өсөн З. ӘЙЛЕ викидәрестәр ойошторҙо.
Унда барлығы 8 кеше ҡатнашты, Сәрүәр, Вәлимә теркәлеү үтте.
Яңы ирекмәндәр башланғыс белем алһа, тәжрибәле Һәҙиә,
Таңһылыу, Рәшиҙә Ғизәтуллина, һәм күптән түгел генә эш
башлауына ҡарамаҫтан ышаныслы аҙымдар яһаусы Gajaz эске
һылтанмалар, категориялар ҡуйыу, фотолар тейәү мөмкинлеге
менән танышты, шулай уҡ дәрес барышында килеп тыуған
һорауҙарына яуаптар алды.
Бөрйән районы ирекмәндәре БашВики өләсәйҙәре брендын артабан
киңәйтеү, киләсәктә Байназар ауылында Вики-клуб ойоштороу һәм
йышыраҡ осрашып тороу идеяһын хупланы.

23.

Байназарҙа 22-23 октябрь 2016 йыл

24. 28 ғинуар 2017 йыл

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында семинар һәм викиосрашыу булды. Рөстәм Нурыев(Х) һәм З. ӘЙЛЕ лекция һөйләп,
оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Урындағы йәмәғәтселек ҙур
ҡыҙыҡһыныу менән семинарға килде.
Барыһы 18 кеше ҡатнашты, шул иҫәптән яңы иҫәп яҙмаһын
булдырҙылар: Серлебикә, Зөһрә Йәнбирҙина, Сәлиә58, , Дамир
Аллабирҙин, ДинарБадамшин, Роза79, Клара Ямгурсина, Рүзилә.

25. 18 февраль 2017 йыл

Өфө ҡалаһында үткән сираттағы вики-осрашыуҙа барлығы 26 ирекмән ҡатнашты.
2016 йылға йомғаҡ яһалды һәм 2017 йылға аныҡ маҡсаттар билдәләнде.
Википедия киңлектәрендә ойошторолған конкурс-марафондарҙың көҙгө-ҡышҡы миҙгел
һөҙөмтәләре иғлан ителде.
«Кулинария марафоны» һәм «Ҡышҡы БУМ» вики-бәйгеләре еңеүселәре бүләкләнде.
Сибай ҡалаһы, Бөрйән һәм Өфө райондары вики-клубтарына ноутбуктар тапшырылды.
Вики-йәштәрҙе википедистар йәмғиәтенә ҡабул итеү тантанаһы ойошторолдо.
Танышырға килгән ирекмәндәргә Башҡорт Википедияһы ручкаһы һәм оло өмөт бүләк
ителде. Улар Википедияға теркәлде.
Сәй мәжлесе үткәрелде.
Төрлө темаларға фекер алышыу булды.
Бер төркөм википедистар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма
театрының «Нәркәс» спектаклен ҡараны.

26.

27. «Кулинария марафоны» һәм «Ҡышҡы БУМ» вики-бәйгеләре еңеүселәре бүләкләнде.

28. 22 февраль 2017 йыл

Ҡатнашыусы:Һәҙиә 2017 йылдың
ғинуар һәм февраль айҙарында Бөрйән
википедистары төркөмөн ойоштороу
юҫығында маҡсатлы эш алып барҙы.
Яңы ҡатнашыусыларҙы Википедияла
эшләргә өйрәтеү буйынса айырым
(индивидуаль) дәрестәр үткәрҙе. Яңы
ҡатнашыусылар теркәлде: Вәлимә,
Лилиә98, Магира 62, Фәриҙә, Ғәзизә60.

29. 12-13 март 2017 йыл Бөрйәндә викидәрес

Бөрйән районы вики-өләсәйҙәре менән Байназар ауылында Ләйсән
вики-дәрес үткәрҙе.
Әүҙем википедистар Һәҙиә, Таңһылыу, Рәшиҙә Ғизәтуллина, Вәлимә,
Магира 62, Ғәзизә60 Башҡорт Википедияһында мәҡәләләр яҙҙы,
Эстәлек тәржемәсене ҡулланды, ҡуйылған мәҡәләне мөхәррирләне,
категориялар, һылтанмалар ҡуйып ҡараны, оҫталығын үҫтерҙе. Викидәреслектә лә эшләнеләр. Рәшиҙә Ғизәтуллина менән Магира 62
Милеккә фотоһүрәттәрен тейәп, уны мәҡәләгә өҫтәне. Рустам1987
исемле ҡатнашыусы теркәлде. Ғәҙәти сәйләү үткәрелде. Байназар
ауылына бәйле мәҡәләгә ҡуйыр өсөн фото төшөрөлдө.

30. 22 апрель 2017 Бөрйән районында вики-осрашыу

22 апрелдә Бөрйән районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү
учреждениеһы Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбендә
Башҡорт Википедияһының Бөрйән районы вики-клубы етәкселәре,
әүҙем вики-өләсәйҙәр Һәҙиә, Рәшиҙә Ғизәтуллина иницативаһы
менән осрашыу ойошторолдо.
Унда Өфөнән З. ӘЙЛЕ ҡатнашты, БашВики хакимы Рөстәм
Нурыев(Х) менән онлайн конференция үткәрелде. Уҡыусыларға
Википедия эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирелгәндән һәм
Башҡорт Википедияһы эшмәкәрлегенә презентация үткәрелгәндән
һуң, теләүселәр өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.

31.

Яңы ҡатнашыусылар Zul8390 һәм Laluu33 теркәлде, техник сәбәптәр
арҡаһында барлыҡ теләүселәр теркәлә алманы. Улар менән онлайн
дәрестәр үткәрергә килешенде. Осрашыуҙа шулай уҡ бөрйәндәр викиклуб эшен йәнләндереү, уның ағзалары һанын арттырыу,
Википедияла Бөрйән районы порталын булдырыу тураһында ҡарар
ителде.
P.S. Көндөң икенсе яртыһында әүҙем ирекмәндәр Таңһылыу менән
Вәлимә, тәүге мәҡәлә яҙыусы Резеда29 шәхси консультациялар алды.

32.

Республикала Башҡорт Википедияһына етди
иғтибар һәм осрашыу үткәреү өсөн урын биргән
уҡыу йорто директоры Гәрәй Миңлеғәле улы
Йомағоловҡа, информатика уҡытыусыһы
Рөстәм Рәхимйән улы Вәлиуллинға һәм,
ғөмүмән, уҡытыусылар коллективына ҙур
рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм артабанғы
тығыҙ, емешле хеҙмәттәшлеккә өмөт итәбеҙ.
Сараны мәңгеләштергән Айнур Маликовҡа
аартабанғы тығыҙ, емешле хеҙмәттәшлеккә
өмөт йырым рәхмәт!!!

33. 16 августа Бөрйән районының үҙәк китапханаһында урындағы ағинәйҙәр ҡоро (етәксеһе — Рәшиҙә Ғизәтуллина) менән «Баҙал» ижадсылар

берекмәһе ағзалары һәм «Таң» гәзите хәбәрселәре
берлектә "түңәрәк өҫтәл"гә йыйылды.
Сарала хаҡлы ялдағы һәм эшләп йөрөүсе уҡытыусылар, дин
әһелдәре, мәҙәниәт һәм китапхана эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты
өйрәнеүселәр, ғөмүмән, яҙырға һәләте булған телһөйәр һәм
илһөйәрҙәр ҡатнашты. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик эш
һәм кадрҙар буйынса бүлек начальнигы Ғүмәров Марсель Вәли улы
һәм Байназар ауыл мәсетенең имам-хатибы Данияр хәҙрәттең
ҡатнашыуы сараның бәҫен күтәрҙе.
Башҡорт Википедияһының яңы асылған Бөрйән порталында
хеҙмәттәшлек итергә һәм заман менән ҡатар атларға теләүселәрҙе
бер ҡорға туплау йәһәтенән ундағы эшлекле һөйләшеү бик урынлы
булды.

34.

Унда ил-көн, тел мәсьәләләре менән бергә википедияның Бөрйән
порталына районыбыҙҙың ер-һыу атамалары тарихы (фотолары менән),
бай фольклор мираҫы өлгөләре, милли кейемебеҙ, шәхестәребеҙ, тарихи
үткәнебеҙ, беҙҙе уратып алған тәбиғәтебеҙ (йылға-күл, тауҙар, ҡоштар,
хайуандар донъяһы һ.б.) — барыһы-барыһы хаҡында ла аргументланған
«ташҡа баҫырлыҡ» мәғлүмәт туплауҙың әһәмиәте тураһында ентекле
аңлатыу алып барылды.
Һөҙөмтәлә был эшкә олоһон да, кесеһен дә йәлеп итеү; вики-клуб өсөн
бина юллап алып йыһазландырыу; уның етәксеһен һайлау һәм ижади
төркөм туплау һ.б. аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителде. Күмәк көс менән йырып
сыҡҡанда, был эш үҙенә күрә еребеҙҙең хәтер китабын яҙыу,
паспортлаштырыу, патентлау буласаҡ.

35. 22 август 2017

Бөрйән районы администрацияһы бинаһында викиағинәйҙәр
Рәшиҙә Ғиҙәтуллина, Көнһылыу Ҡотлобаева, Нәсимә
Науразбаева, Резеда Сәғитова, Сәлиә Ишбулдина һәм Фәниә
Ибатуллина ҡатнашлығында мәғлүмәт-аналитик эш һәм кадрҙар
буйынса бүлек начальнигы Ғүмәров М. В. кәңәшмә уҙғарҙы.
Унда Бөрйән порталында эште нисек киң йәйелдереү, халыҡты
йәлеп итеү тураһында эшлекле һөйләшеү алып барылды.

36. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла вики-осрашыу

4 октябрь 2017 йыл
Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «Жәлил
Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия» муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү
учреждениеһында (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 194) Башҡорт
википедияһы ирекмәне Рәшиҙә Ғизәтуллина менән осрашыу үтте.
Унда гимназияның директоры Шаһисолтанова А. Б., уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса
директор урынбаҫарҙары Баязғолова З. Т., Сафарова Р. Х.,уҡытыусылар Бикбаева
З.Ғ., Равилова Г. Т., Хафизова Н. Ф.,Стәрлетамаҡ ҡала мәғариф бүлеге методисы
Хафизова З. Р., Стәрлетамаөҡ ҡалаһының "Ашҡаҙар"ижтимағи-сәйәси гәзите
хәбәрсеһе Ҡобағошова Р. М. һ.б. ҡатнашты.
Ҡала шарттарында урыҫлашҡан башҡорт
балаларында туған телгә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам
уятыуҙа, уҡытыу һәм тәрбиә эшендә башҡорт
википедияһының әһәмиәте тураһында ентекле
һөйләшеү береһен дә битараф ҡалдырманы.
Яҡын киләсәктә википедияла эшләргә өйрәнеү
буйынса махсус һабаҡтар алыу өсөн, Өфөнән
ирекмәндәр саҡырырға тигән ҡарар ҡабул ителде.
"Ашҡаҙар"гәзите хәбәрсеһе Ҡобағошова Р. М. ошо
турала мәҡәлә әҙерләй.

37.

10 октябрь 2017 йыл
Бөрйән районы Байназар ауылында викиоләсәйҙәр бәләкәй
кәңәшмәгә йыйылды.
Унда 14-15 октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк вики-конференцияға
әҙерлек торошо ҡаралды.
Башҡарылған эштәр барланды, алдағы яҡын арала
эшләнәсәк эштәр күҙалланды.

38. 14—15 октябрь

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Мәскәүҙә «Викимедиа РУ»
коммерцияға ҡарамаған партнерлығы уҙғарған XI халыҡ-ара викиконференцияла ҡатнашты. Конференцияла рус, бүрәт, лезгин, яҡут,
тыва, татар, чечен, әрмән, украин, поляк Википедияларынан
вәкилдәр ҡатнашты, иң ҙур делегация Башҡорт Википедяһынан
булды.

39.

40.

Сарала Рәсәй һәм күрше илдәр телдәрендә Википедияны үҫтереү
тураһында сығыштар булды.
Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев «Рәсәй телдәрендәге
Википедиялар» тигән түңәрәк өҫтәлде һәм секцияны алып барҙы.
Беҙҙең Башҡортостан төркөмө был конференцияла иң ҙурыһы һәм
күренеклеһе булды, төркөмөбөҙҙөң етәксеһе Рөстәм Нурыев алып барған
“Рәсәй халыҡтары телдәрендәге википедиялар” секцияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Был секция ның эше видеоға яҙҙырылды, скайп аша Израиль һәм башҡа
илдәрҙең википедиясылары тәжрибә уртаҡлашты.

41.

42.

Беҙҙең Башҡортостан төркөмө был конференцияла иң ҙурыһы һәм
күренеклеһе булды, төркөмөбөҙҙөң етәксеһе РөстәмНурыев алып барған
“Рәсәй халыҡтары телдәрендәге википедиялар” секцияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был секцияның эше видеоға яҙҙырылды, скайп аша
Израиль һәм башҡа илдәрҙең википедиясылары тәжрибә уртаҡлашты.
Беҙҙең төркөмдәге вики-өләсәйҙәр ҙә үҙебеҙҙең эш тәжрибәһен
башҡаларға һөйләне. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк:конференцияға килгән
һәм унда ирекмәнбулған башҡа төбәк һәм сит ил википедиясылары
барыһы ла тиерлек ир-ат затынан торһа, беҙҙең төркөмдәге ун кеше нең һигеҙе – ҡатын-ҡыҙ, күбебеҙ хаҡлыялдағы уҡытыусылар һәм барыбыҙ
ҙа әүҙем эшләүселәр ине.

43. «

17 ноябрь
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында балалар китапханаһы һәм
Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн викидәрестәр үткәрелде.
Был сараға Ҡырмыҫҡалы районынан тәжрибәле ирекмәндәр Банат
Вәлиева-Яубаҫарова һәм Лилиә Мусина саҡырылды. Улар ярҙамында
6 кеше Башҡорт википедияһына теркәлде
18 ноябрь
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында район администрацияһы
бинаһында Бөрйән викиөләсәйҙәре Банат Вәлиева-Яубаҫарова һәм
Лилиә Мусина ҡатнашлығында викисеминарға йыйылды.Улар үҙ-ара
тәжрибә менән уртаҡлашты.Бөрйән порталын мәғлүмәт менән
тултырыу һәм яңы теркәлгән ирекмәндәрҙе википедияла нығытыу
йәһәтенән киләсәккә эш төрҙәре күҙалланды.
27 ноябрь
Бөгөн Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғолда Башҡорт википедияһы
ирекмәндәре Көнһылыу Ҡотлобаева һәм Рәшиҙә Ғиззәтуллина «Таң»
гәзите хәбәрселәре Дамир Байназаров менән Айнабат Аҡыеваны,
китапханасы Әҡлимә Алтыншинаны Башҡорт википедияһына теркәне.
Улар фотография тейәү һәм яңы мәҡәлә яҙыу, шулай уҡ тәржемә итеү
буйынса тәүге һабаҡтар алды. 17 ноябрҙә теркәлеү үткән Айгөл
Сафина беренсе эшен — райондың билдәле шәхесе, йырсы Ғилман
Сәфәрғәлин тураһында мәҡәләһен яҙҙырып ҡуйҙы
«

44.

29 ноябрь
Бөрйән районы Килдеғол ауылы ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары
йыйылышында Рәшиҙә Ғиззәтуллина халыҡҡа Башҡорт википедияһы
тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Ауылдың тарихы, ер-һыу
атамалары, билдәле шәхестәре тураһында тупланған мәғлүмәттең
электрон варианттарын әҙерләп, яҡын арала википедияның Бөрйән
порталында урынлаштырыуҙың әһәмиәте аңлатылды. Ошо юлыҡта
эшләргә өйрәнергә теләүселәр өсөн махсус дәрестәр биреү тураһында
һөйләшеү алып барылды.

45.

3 декабрь 2017
Башҡалабыҙ Өфөлә Башстаттың ултырыштар залында (Цюрупа
урамы, 17) «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө һәм
«Викимедиа РУ» йәмғиәт ойошмаһы берлектә ойошторған сираттағы
II "БашВикиКон 2017" конференцияһы үтте.
Унда Мәскәүҙән "Викимедиа РУ"-ның директоры В. В. Медейко,
шулай уҡ Д. Рожков һәм Р. Сәйфетдинов саҡырылғайны.
Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Владимир Медейко,
Башҡорт википедияһының иң өлкән ирекмәне Банат-ВәлиеваЯубаҫарова һәм иң йәш ирекмән Айҙар Сәлиховтар тәбрикләне.

46.

Конференцияның көн тәртибенә ярашлы сығыштар тыңланды,
ғәмәли оҫталыҡ дәрестәре һәм тәжрибә уртаҡлашыу ойошторолдо.
Ирекмәндәр киләсәккә эш йүнәлештәрен аныҡланы, халыҡ-ара викиконкурстарҙа, Берлин конференцияһында, СЕЕ-форумында, ил
кимәлендә буласаҡ һәм айырым тел бүлектәре үткәрәсәк викиконференцияларҙа ҡатнашыу буйынса фекер алышты.
Башҡорт википедияһында теркәлеү үтеп, яңы эшләй
башлаусыларҙы ҡотлау менән бергә, төрлө конкурстарҙа уңыштар
яулаған тәжрибәле ирекмәндәргә сертификаттар, дипломдар,
бүләктәр тапшырылды.

47. 14 апрелдә башҡорт википедиясылары сираттағы вики-осрашыуға йыйылды.

Осрашыуға килеүселәр категориялар ҡуйыу, викидатаға мәғлүмәт өҫтәү
кеүек алымдарҙы камиллаштырҙы. Рөстәм Нурыев(Х) менән З. ӘЙЛЕ
эшләү тәжрибәләре менән уртаҡлашты һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
Яңы ҡатнашыусылар (Хаят Йосопова1,Юлдашева Луиза) википедияға
нисек килеп ҡушылғандарын, нидәй ҡыйынлыҡтар булыуы тураһында
һөйләне, үҙ остаздарына рәхмәттәр әйтте.
Ҡатнашыусылар үҙҙәре менән күстәнәстәр алып килгән ине,Dina1965
сәй әҙерләне

48. Статистика

Башҡорт Википедияһының :
Мартта - 328 862
Апрелдә - 270 340
Майҙа - 335 927 бит уҡығандар.
1 — 20 июнь араһында:
бөтәһе 260 161 бит уҡылған.
Көнөнә 13 008 бит уҡылған
Ҡулланыусылар һаны : 22 464 булған.
Әүҙем волонтерҙар : 57
Администраторҙар: 7
Ошо статистика ( https://stats.wikimedia.org/EN/Sitemap.htm) сәғәтенә
482 кеше инеп ҡарай тип бирә.

49. 31.05.2018 - 20.06.2018

https://tools.wmflabs.org/siteviews/?platform=allaccess&source=pageviews&agent=user&range=latest20&sites=ba.wikipedia.org

50. Бөрйән википедистары

Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы- Бөрйән
Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы
Ҡыуандыкоова Таңһылыу Зәки ҡыҙы
Науразбаева Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы
Юлдашева Луиза Әбүталип ҡыҙы
Хөбөтдинова Маһира Мәрүән ҡыҙы
English     Русский Rules