Similar presentations:
Яугир Буранҡаев Ғилман Уйылдан улы - Үҫәргән ырыуының башҡорто
1. Яугир Буранҡаев Ғилман Уйылдан улы -Үҫәргән ырыуының башҡорто
Эшләне: Сибай ҡала гимназияһы3 класс уҡыусыһы
Буранҡаева Алтынай
2. Буранҡаев Ғилман Уйылдан улы (1902 й.)
3. Буранҡаев Сәлмән Ғилман улы (1927й.)
4. Минең шәжәрә
Алтынай (2007 й.)Тимур (1981 й.)
Илдар (1954 й.)
Сәлмән (1927 й.)
Ғилман (1902 й.)
Уйылдан (1872 й.)
Зариф (1845 й.)
Ғәбделатиф (1825 й.)
Аҡъегет (1781 й.)
Исҡужа (1744 й.)
Буранҡай (1704 й.)
5. Буранҡаев Илдар Сәлмән улы (1954 й.)
6. Буранҡаев Тимур Илдар улы (1981 й.)
7. Буранҡаева Алтынай Тимур ҡыҙы (2007 й.)
8. «Гитлер яуап бирер». (Блиндажда яҙылған юлдар)
Алҡына ла, йөрәк талпынаИл сигенә барып етергә.
Гитлер, Риббентроп, Геббельстең
Күлдәй итеп ҡанын түгергә.
Аҙашаһығыҙ, немец халыҡтары һеҙ,
Дошманығыҙ кемдәр – белмәйһегеҙ.
Томалайҙар һеҙҙе Геббельстар
Синфи дошманығыҙ күрмәйһегеҙ.
Беҙҙең алда тора ҙур һынауҙар.
Бөтә һынауҙарға түҙәбеҙ.
Ватан өсөн биргән антты аҡлап,
Бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңербеҙ.
Ил өҫтөнә ҡалҡҡан ҡара болот
Европаны баҫып тормаҡсы.
Тартып алып халыҡ бәхеттәрен
Урта быуат бығау һалмаҡсы.
Яҙғы ҡоштар теҙелеп үткән кеүек,
Беҙ ҙә теҙелеп Берлинға етербеҙ.
Балҡып торған нурлы флагтарҙы
Елберҙәтеп шунда элербеҙ.
Европала аға кеше ҡаны
Яҙғы ҡар һыуындай сылтырап.
Был ҡан өсөн тиҙҙән яуап бирер
Гитлер, Риббентроп ҡалтырап.