32.71M
Categories: biographybiography pedagogypedagogy

Йәрмөхәмәтова Гүзәлиә

1.

«Ҡатын – ҡыҙ – милләт әсәһе»
республика конкурсы
«Ҡатын–ҡыҙ - педагог» номинацияһы
Йәрмөхәмәтова
Гүзәлиә
Мансур ҡыҙы
Дыуан районы Ҡаракүл ауылы

2.

Башҡортостан Республикаһы Дыуан районы муниципаль районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү
учреждениеһы Ҡаракүл ауылы «башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы» директоры Йәрмөхәмәтова Гүзәлиә
Мансур ҡыҙы
Белемем: юғары, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты,
башланғыс кластар уҡытыусыһы, 2007 йыл
Дыуан районы Ҡаракүл ауылында
Педагогик эш стажым: 18 йыл
14.02.1983 йылда тыуғанмын;
Квалификациям: юғары
Урта белемде Рәми Ғарипов исемендәге
1-се Башҡорт республика гимназияинтернатында алдым;
1998-2003 – Мәсәғүт педагогия
колледжы студенты;
2003-2007 – М. Аҡмулла исемендәге
Башҡорт дәүләт педагогия университеты
студенты;
2003 – 2006 – Дыуан районы Ҡәҙер урта
мәктәбендә химия уҡытыусыһы;
2006-2012 – Ҡаракүл башланғыс
мәктәбе-балалар баҡсаһында башланғыс
кластар уҡытыусыһы;
2012-2021 – Ҡаракүл башланғыс
мәктәбе-балалар баҡсаһы директоры.

3.

Мәктәп – минең өсөн икенсе өйөм, илһам шишмәһе. Балаларҙа телебеҙгә һөйөү,
ҡыҙыҡһыныу һәм милли рух тәрбиәләү өҫтөндә эшләйем. Киләсәгебеҙ ышаныслы
булһын өсөн лайыҡлы быуын үҫтерергә кәрәк. Директор булараҡ, үҙ бурыстарыма
һәр саҡ яуаплы ҡарап, хеҙмәттәштәрем менән уртаҡ тел табып, ышанып
тапшырылған эште яҡшы башҡарырға тырышам.

4.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының
I Бөтә Рәсәй съезы
БР Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡорт
теле - балаларға" түңәрәк өҫтәле
Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡалаһы башҡорт
гимназияһында оҫталыҡ кластарында
Өфө ҡалаһы «51-се башҡорт балалар
баҡсаһында» тәжрибә уртаҡлашыу
БР Мәғарифты үҫтереү институтында осрашыуҙар

5.

Республика, район кимәлендә үткән ҙур сараларҙа ҡатнашып ҡына түгел, йыш
ҡына ойоштороусылар рәтендә лә булырға тура килә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары төбәк-ара
конференцияһында оҫталыҡ класы күрһәтеү
Беҙҙең мәктәп –балалар баҡсаһында үткән
республика уҡытыу семинары
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары
төбәк-ара конференцияһында сығыш яһау
Республика уҡытыу
семинарында сығыш яһау

6.

2019 йылда республика программаһында ҡатнашырға бәхет тейҙе.
«Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» (ППМИ) программаһы ярҙамында
барлыҡ тәҙрәләрҙе алмаштырҙыҡ һәм мәктәп нигеҙен нығыттыҡ. Тәүҙә
йыйылыштар, акциялар үткәреп республика кимәлендә конкурста еңеп сыҡтыҡ.
Аҙаҡтан ауыл халҡы, бағыусылар менән эшләп 600000 ашыу аҡса йыйҙыҡ. Бына
хәҙер мәктәбебеҙ матур, күркәм һәм йылы.

7.

Белем усағы һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Йыл да тиерлек яңы уҡыу йылына әҙерлек,
балаларға юл фажиғәһен иҫкәртеү һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса маҡтау ҡағыҙы менән
бүләкләнә.

8.

9.

Район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа еңеүҙәр

10.

Йыл һөҙөмтәләре

11.

Республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа еңеүҙәр
«Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт
телендә алып барылған иң яҡшы
мәктәпкәсә белем биреү
учреждениеһы»
I регион-ара конкурсының еңеүсеһе

12.

Күңелем менән бала сағыма әйләнеп ҡайтам. Бөгөнгөләй
хәтерҙә. Әле бына ҡайсан ғына әсәйем менән етәкләшеп
мәктәп ишеген асып кергән инем.
Өҫтөмдә ап-аҡ
алъяпҡыс, сәсемдә күбәләктәй таҫмалар. Нисәмә йыл
уҙған ошо мәлдәрҙән. Мәктәпте тамамлағанға ла егерме
бер йыл үтеп киткән икән. Ә минең юлым мәктәптән
айырылмаған. Беренсе синыфҡа уҡырға килеү менән
үҙемдең беренсе уҡытыусыма ҡарап: «Мин уҡытыусы
булам!» - тинем. Ошо хыялыма тоғро ҡалып, үҙ
ғүмеремде балалар уҡытыуға бағышланым. Хәҙерге көндә
тик башланғыс синыф уҡытыусыһы ғына түгел, шул уҡ ваҡытта рус теле,
математика, химия һәм башҡа фәндәрҙе уҡытыу өсөн белем алдым.

13.

Яратҡан эшемә башкөлләй сумып, балаларға хәреф
танырға, уҡырға, яҙырға ғына өйрәтеп ҡалмай, туған
телебеҙгә, тыуған илебеҙгә, сал тарихыбыҙға ҡарата
һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләй торған изге эш
башҡараусы.
Уҡытыусының хеҙмәтенең мәртәбәһе, уҡыусыларҙың бәйге, олимпиада,
конкурстарҙа еңеү яулауы ғына түгел, ә йылдар үткән һайын арта барған рәхмәт
һүҙҙәре, матур иҫтәлектәр, изге теләктәр.

14.

Уҡыусыларым уңыштары

15.

Уҡыусыларым уңыштары

16.

Район тикшеренеү эше конкурсында
«Сыңрау торна» IV төбәк башҡорт фольклоры
фестиваль-конкурсында
Төбәк-ара тикшеренеү эше конкурсында
«Мин башҡорт балаһы»
төбәк-ара конкурсында
Район тикшеренеү эше
конкурсында

17.

Уҡыусыларым уңыштары

18.

Уҡыусыларым уңыштары

19.

Уҡытыусы, ғаилә, йәмғиәт бала тәрбиәләүҙә хеҙмәттәшлек итһә генә, төрлө яҡлап
үҫешкән, рухлы, ватансылыҡ тойғоһо формалашҡан шәхес тәрбиәләргә мөмкин.
Уҡытыусы белем биреүсе, тәрбиәсе генә түгел, ә ата-әсәләрҙең тиң хоҡуҡлы
партнеры булһа, ата-әсәләр ҙә, йәмәғәт ойошмалары ла беҙҙең партнерыбыҙ. Шул
йәһәттән ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, балаларҙы тәрбиәләү
маҡсатында, ата-әсәләр менән берлектә төрлө саралар үткәрәбеҙ: ата-әсәләр
йыйылышы, байрамдар, ярыштар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ кластары һәм
башҡалар.
Ата-әсәләр йыйылышы
8 март байрамы
Оҫталыҡ кластары
Район хакимиәте вәкилдәре менән осрашыу
"Ҡар ҡаласығы" проекты

20.

«Урындағы башланғыстарға
булышлыҡ итеү» программаһында ҡатнашыу
Атайҙар менән бергә ярыштар
Атайҙар менән өмәләр

21.

ЮХХДИ менән хеҙмәттәшлек
Дыуан районында «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре
балалар менән оҫталыҡ класы үткәрә
Яҡташыбыҙ, башҡорт шағиры Зөлфиә Миндибай ҡыҙы
Ханнанова мәктәптә ҡунаҡта
Дыуан районында «Ғаилә» үҙәге
хеҙмәткәрҙәренең ата-әсәләр менән осрашыуы

22.

Район эсендә уҙғарылған конкурстарҙа жюри ағзаһы итеп саҡырыуҙы ҙур
ҡыуаныс менән ҡабул итәм.
«Һаумы, һаумы әкиәт» район конкурсында жюри ағзаһы
«Традицион булмаған физкультура ҡорамалдары» район конкурсында жюри ағзаһы

23.

Йыл да хеҙмәттәштәрем менән бергә БашДиктантта, этнографик һәм йәмәғәтселек һаулығы
буйынса диктантта ихлас ҡатнашабыҙ.

24.

Ауыл советы үткәргән өмәләрҙән дә ситтә ҡалып булмай.
Ауылдағы юл һәм йылға буйҙарында сүп-сар йыйыу
Йыл да уҙғарылған
«Йәшел Башҡортостан»
акцияһында ҡатнашып, ағас ултыртыу

25.

Мәсет менән дә тығыҙ бәйләнештә: дини байрамдар,
йолалар, осрашыуҙар. Балалар менән тикшеренеү эше
яҙғанда ла уларға мөрәжәғәт итергә тура килә.
«Нур –ислам» мәсетендә туған тел мәсъәләләренә арналған конференцияла сығыш яһау
Тикшеренеү эшенә интервью алыу,
намаҙ уҡырға өйрәнеү

26.

2007 йылдан алып һайлау участкаһы ағзаһы. Тәүҙә комиссия
ағзаһы, сәркәтиб, бына инде дүрт йыл һайлау участкаһы
рәйесе.

27.

Бөгөн йәмғиәтте туплауға, ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн кешеләрҙе йәлеп итеүгә
бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Ошо йәһәттән Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»
партияһы ҙур эш алып бара. 2017 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһына ағза итеп
саҡырылдым. Нисәмә йылдар инде Партия эсендә алдан
тауыш биреү –
праймеризда №022-3 һанау участкаһы сәркәтибе булып торам.
Берҙәм Рәсәй кандидаттары менән осрашыу

28.

Яуаплылыҡ
һәм
уяулыҡ
талап
иткән
коронавирус эпидемияһы осоронда ауыр
тормош хәлендә ҡалған оло кешеләргә һәм
инвалидтарға ярҙам итеү (йорт-фатирҙарға
аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ, дарыуҙар
килтереү) маҡсатында һәр ҡайҙағыса, беҙҙең
районда ла ирекмәндәр төркөмдәре әүҙем эш
алып бара. Мин дә улар менән бергә мохтаждарға ярҙам ҡулы
һуҙҙым. Инвалидтар көнөнә бағышланған сараларҙа ҡатнашам.
Ҡулдан килгәнсә мөмкинлектәре сикләнгән,
зәғиф балалар менән шөғөлләнергә, уларҙың
ата-әсәләренә психологик ярҙам күрһәтергә
тырышам.
Зәғиф балалар менән шөғөлләнеү

29.

Ололарға, тыл ветерандарына өй эштәрендә ярҙам күрһәтеү, байрамдар
менән ҡотлау балаларға иң ҙур сауап булһа, шул уҡ ваҡытта, уларҙа
ихтирамлылыҡ тойғолары, ярҙамсыллыҡ сифаттары тәрбиәләү.
Тыл ветераны Ахунова Ҡәҙербикә әбейҙе
байрам менән ҡотлау
Ибраһимова Ғайниямал әбейгә йорт тирәһен
таҙартыуҙа ярҙам
Ауыл ветерандарын мәктәпкә байрамға саҡырыу

30.

Дыуан районы «Ғаилә» үҙәгенең
Арый ауыл советында ғаиләне
оҙатыу буйынса ведомство-ара эш
төркөмө ағзаһы.
эш төркөмөнөң сираттағы ултырышы
Шулай уҡ Арый ауыл советында
«ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһы»
ағзаһы булып торам.
ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһының
сираттағы ултырышы

31.

Төрлө милләт кешеләре йәшәгән район өсөн бихисап матур сараларҙа, осрашыуҙарҙа
ҡатнашып, башҡорт рухын булдырырға, халҡымдың бай мәҙәниәте, әҙәбиәте,
сәнғәте менән таныштырып йәшәргә ынтылам. Әле лә бөтә сараларҙың уртаһында
ҡайнайым. Район кимәлендә үткәрелгән мөһим ваҡиғаларҙан да ситтә ҡалмаҫҡа
тырышам. Ниндәй генә эш башҡарһам да, уны күңел биреп, дәрт, рух менән эшләргә
тырышам.
Концерттар, һабантуйҙар
Бөтә донъя Фольклориада ҡунаҡтарын
ҡаршы алыу

32.

2019 йылдан Дыуан районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы.
Район башҡорттарының хәл-торошо менән даими таныштырып барыу, булған
проблемаларҙы бергәләп йырып сығыу, киләсәк быуында милли үҙаң, рух,
илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү. Милләтебеҙҙең аҫыл асылына ҡайтыу юлдарын
бергәләп эҙләү, матур эш, тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлашыу, халҡыбыҙҙың матур
йола-традицияларын пропагандалау, ғөмүмән, башҡортлоғобоҙҙо һүҙ менән генә
түгел, эш менән дәлилләү.
Дыуан
районы
ҡоролтай
ағзалары
Районда «Импульс»
коворкинг үҙәге
асылыуында
ҡоролтай ағзаһы
булараҡ ҡатнашыу
Район ҡоролтайы башҡарма
комитҽтының сираттағы ултырышы

33.

Заман талаптары буйынса бер үк ваҡытта уҡытыусы ла, яҙыусы ла булырға тура
килә. Гәзит биттәрендә үҙемдең мәҡәләләрҙе генә түгел, хатта йыш ҡына үҙем
тураһында ла уҡырға тура килә.

34.

Тырыш хеҙмәткә оло баһа

35.

Тырыш хеҙмәткә оло баһа

36.

Мин – ябай бер уҡытыусы.
Ауыл уҡытыусыһы.
Кәрәк икән – сөгөлдөрсө,
Кәрәк булһа – баҡсасы.
Штукатур ҙа, маляр ҙа беҙ
Ремонт яһарға булһа,
Тарихсы ла, ижадсы ла,
Алға маҡсат ҡуйылһа.
Агитатор булабыҙ беҙ
Һайлауҙар яҡынлашһа,
Урам буйлап сүп йыябыҙ
Субботниктар башланһа.
Кәрәк икән – режиссер ҙа,
Бейеүсе лә, йырсы ла,
Рәссам да беҙ, сценарист та, Ҡулдан килә барыһы ла.
Бөтәһе лә ҡулдан килә,
Әммә иң ҙур эшебеҙ:
Яңы кеше тәрбиәләүШундай кәрәк кеше беҙ!

37.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
English     Русский Rules