11.16M
Category: literatureliterature

Сайыр Малай

1.

2.

Күпме йылдар, юлдар үтеп
Ҡайтып килә Сайыр малайы.
Шәлен болғай уны танып
Ҡосаҡ асып тирәк-ҡайыны.

3.

4.

Һаумы ауылым, ҡабул ит мине
Һағынып ҡайтҡан ауыл малайын.
Һаумы урам, ғәфү ит мине
Һинһеҙ миңә бик ҡыйын.

5.

6.

Сәләм бирәм Һарыбайға,
Ә ул мине ник онотҡан.
Сәләм бирәм олатайға
Ҡулына таяҡ тотҡан

7.

8.

Туған тупраҡ, йәшел үлән,
Иҫке һарай, ситән аласыҡ,
Минең донъя, һеҙҙе күрәм,
Иҫкә төшә тағы бала саҡ
.

9.

Йылы мейес иҫкә төшә,
Ә мейестең эсендә
Инде тәмле бәлеш бешә,
Оноторлоҡ түгел еҫен дә.

10.

Самауыр көйөн тыңлап
Сәй эскәнем иҫемдә.
Икмәгемә ҡалын һылап
Ҡаймаҡ ашағым килә.

11.

Бейек ярға атлап төштөм
Үлән үҫкән таныш һуҡмаҡтан
Күпме тапҡыр күргән төштө
Күреп өндә ҡабаттан.

12.

Ошо ярҙа, ошо ерҙә генә
Мин тулыһынса өйҙә,
Ошо һауа, ошо һыуҙа ғына
Йәнем менән мин таҙа....

13.

Һыу буйында бер кемдә юҡ.
Оло Эйек ҡалай үҙгәргән
Ҡарт өйәнке ҡайҙа булған,
Тамырынан уны һыу алған.

14.

Беҙ ҡыҙынған ваҡ ҡомда юҡ,
Юҡ малайҙар бергә уйнаған.
Төнөн сапҡан аттар ҙа юҡ,
Булғандары йөрөй тышалған.

15.

Бейек ярҙан югереп килеп
Һыуға сумаһым килә.
Ошо таҙа һыуға инеп
Мәңге ҡалаһым килә.

16.

17.

Ауылыбыҙҙа гармун тынған
Һарбай олой ҡарап айға
Уңған йәшел күлдәк кейгән
Матур ҡыҙҙар, һеҙ ҡайҙа.

18.

Ауыл буйлап гармун уйнап,
Ринат абзый, берҙе үт әле.
«Ҡара тауыҡ»ты йырлап
Йоҡонан уят әле.

19.

20.

Ҡарап торам уйға батып,
Ҡайһылай моңһоу миңә.
Аръяҡтағы туғайға сығып
Ҡарағат ашағым килә.

21.

22.

Ашағым килә ҡара муйыл
Ауыҙ тултырып сәйнәп.
Ашағым килә һары еҙәй
Тоҙлап ҡояшта ҡаҡлап.

23.

24.

Йыйғым килә татлы еләк
Өс ҡайын эргәһендә.
Тормошҡа ашты теләк
Тик ҡайын берәү генә.

25.

26.

Яңғыҙ ҡайын әсә кеүек
Бейектау итәгендә
Үҙенәндә матур, бейек
Йәш ҡайындар үҫтерә.

27.

28.

Ғүмер аты, ҡайҙа ашҡына
Ҡулда ҡамсы, ләкин һуҡмайыҡ
Инде етәр, яйлап ҡына
Ҡалған юлды атлап үтәйек.

29.

30.

Инде менгән атың янһа.
Тыуған ергә ҡайтып ауабыҙ.
Ҡыҙыл балсыҡ менән ҡуша
Тәбиғәт булып мәңге ҡалабыҙ.

31.

Ә мин торам китә алмай,
Тамырым ошо ерҙә.
Ике ярҙан сыға алмай,
Оло Эйек аға ла аға.,.,.,.,.
Бадамшин Н.С.
(Сайыр малайы.)
English     Русский Rules