ШЂЙЕХЗАДА БАБИЧ ТОРМОШ ЮЛЫ ЋЂМ ИЖАДЫ
ШАЉИРЌЫђ ТОРМОШ ЮЛЫ
Халќым њсњн (1914)
Тупраќ
123.00K
Categories: biographybiography literatureliterature

Шәйехзада Бабич

1.

2. ШЂЙЕХЗАДА БАБИЧ ТОРМОШ ЮЛЫ ЋЂМ ИЖАДЫ

ШӘЙЕХЗАДА БАБИЧ
ТОРМОШ ЮЛЫ ҺӘМ
ИЖАДЫ
(1895-1919)

3. ШАЉИРЌЫђ ТОРМОШ ЮЛЫ

ШАҒИРҘЫҢ ТОРМОШ ЮЛЫ
• 1895 йылдың ғинуарында хәҙерге Дүртөйлө районы
Әсән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.
• 1910 йылда, ун алты йәшенә сыҡҡанда, ҡаҙаҡ
далаларына сығып китеп, балалар уҡыта.
• 1910 йылда «Эх, китап» исемле тәүге шиғырын яҙа.
• 1911 йылда Өфөгә ҡайтып, « Ғәлиә» мәҙрәсәһенә
уҡырға инә.
• 1913 йылда ҡаҙаҡ балаларын уҡытыуын дауам итә.
• 1916 йылда Бабич «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлағас,
Троицк ҡалаһына барып, уҡытыусы булып эшләй.
Шулай уҡ «Аҡмулла» журналында эшләй.
• 1919 йылдың февралендә башҡорт ғәскәрҙәре менән
бергә Бабич Ҡыҙыл Армияға килеп ҡушыла.
• 1919 йылдың 28 мартында һәләк була.

4. Халќым њсњн (1914)

Халҡым өсөн
(1914)
Ап-аҡ йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн:
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн.
Саф көмөштәй йырҙарымды
Йырламайым алтын өсөн:
Йырлайым тик саф көмөштәй
Саф йөрәк халҡым өсөн.

5.

Сәскә төҫлө йырҙарымды
Йырламайым зауҡым өсөн:
Йырлайым тик сәскәләй
Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн.
Дәртле ҡайнар йырҙарымды
Йырламайым дәртем өсөн
Йырлайым тик мәңге шат,
Дәртле көләс халҡым өсөн.

6.

Иламайым мин көндәрен
Һырғаҡ, һыуыҡ, һалҡын өсөн:
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн.
Йәш сағым, алтын сағым,
Ялҡын сағым булһын фиҙа.
Халҡым алдында минең
Биргән таҙа антым өсөн.

7. Тупраќ

Тупраҡ
Тупраҡ беҙҙең анабыҙ,
Беҙ тупраҡҡа балабыҙ.
Тупраҡ, Тупраҡ, Тупраҡ!
Күкрәктәге сәнабыҙ.
Тупраҡ беҙҙең атабыҙ,
Беҙ тупраҡҡа ятабыҙ.
Тупраҡ ҡәҙерен аңламау
Беҙҙең өлкән хатабыҙ.

8.

Һорауҙар:
Шағир ҡасан һәм ҡайҙа тыуа?

9.

1895 йылдың ғинуарында хәҙерге
Дүртөйлө районы Әсән ауылында
мулла ғаиләһендә тыуа.

10.

Тәүге шиғыры нисек атала һәм ул
нисәнсе йылда яҙыла?

11.

1910 йылда «Эх, китап» исемле тәүге
шиғырын яҙа

12.

«Ғәлиә» мәҙрәсәһен нисәнсе йылда
тамамлаған?

13.

1916 йылда

14.

Шағир 1916 йылдаТроицк ҡалаһына
барып, эшләй башлай, ҡайһы
журналда?

15.

«Аҡмулла» журналында

16.

Был өҙөк ҡайһы шиғырҙан?
Иламайым мин көндәрен
Һырғаҡ, һыуыҡ, һалҡын өсөн:
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн...

17.

«Халҡым өсөн»

18.

Был өҙөк ҡайһы шиғырҙан?
Тупраҡ беҙҙең анабыҙ,
Беҙ тупраҡҡа балабыҙ.
Тупраҡ, Тупраҡ, Тупраҡ!
Күкрәктәге сәнабыҙ.

19.

«Тупраҡ»

20.

Шағир ҡасан һәм ҡайҙа һәләк була?

21.

Ш. Бабич 1919 йылдың 28 мартында
һәләк була
English     Русский Rules