310.67K
Category: policypolicy

Башҡорт телендә дипломатик терминдарҙың яһалышы

1.

Башҡарҙы: 5курс студенты
Зарипов Наргиз Рәфил улы
Ғилми етәксеһе: к.ф.н.,
Ғәниев В.В

2.

Дипломатик терминдар хәҙерге телдең әүҙем үҫешеүсе
ҡатламдарының береһе. Республиканың ил эсендә генә түгел, ә
халыҡ-ара өлкәлә бәйләнештәре нығынған осорҙа, икенсе дәүләт
теле булып һаналған башҡорт теленең ижтимағи даирәһен
киңәйтеү – мөһим мәсьәлә. Уға дипломатик терминдарҙы
өйрәнмәйенсә тороп, өлгәшеп булмай.

3.

Хәҙерге башҡорт теленең ижтимағи-сәйәси лексикаһы
тармағында дипломатик терминдар үҙҙәре үк бер функциональ
стиль күренеше тыуҙыра. Дипломатия теле булараҡ, бындай
терминдар рәсми документтарҙа ла, сәйәсмәндәрҙең аралашыуы
барышында ла, хатта, гәзит-публицистика стилендә лә киң
ҡулланыла. Дипломатик терминология ҡатламы ваҡыт үткән
һайын байый бара.

4.

Сығарылыш квалификация эшендә хәҙерге башҡорт телендә
дипломатик терминдарҙың яһалышын өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла.
Эштең маҡсаты түбәндәге бурыстарҙы хәл итеүҙе талап итә:
– башҡорт телендә һүҙьяһалыш төрҙәрен өйрәнергә;
– дипломатик терминдарҙың төп тел үҙенсәлектәрен билдәләү;
– дипломатик терминдарҙың яһалышы төрҙәрен асыҡлау;
– мәктәптә «Һүҙьяһалыш» бүлеген өйрәнгәндә, дипломатик
терминдарҙяң яһалышын аңлатыу өлгөләрен эшләү.

5.

Хеҙмәттең методологик нигеҙен башҡорт
теленең һүҙьяһалышын өйрәнеүсе телселәр
Ж.Ғ. Кейекбаев, Н.К. Дмитриев, Ә.Ә.Юлдашев,
Т.М. Ғарипов, М.Х.Әхтәмов, З.Ғ.Ураксин, һәм
башҡа ғалимдар

6.

Хеҙмәттең төп тикшереү объекты – башҡорт
теленең терминология лексикаһы.
Предметы–
терминологияһы.
башҡорт
теленең
дипломатик

7.

*
Сығарылыш квалификация эшенең структураһы инештән, өс
бүлектән, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған сығанаҡтар менән әҙәбиәт
исемлегенән тора. Беренсе бүлектә башҡорт теленең һүҙьяһалышының
теоретик нигеҙҙәре ҡарала. Икенсе бүлектә хәҙерге башҡорт теленең
дипломатик терминологияһының яһалышы өйрәнелә. Өсөнсө бүлектә
дипломатик
терминдарҙы
эшкәртмәләр бирелә.
мәктәптә
өйрәнеү
буйынса
методик

8.

Бөтә телдәрҙәге кеүек үк, башҡорт теленең һүҙлек составы ла
даими үҫешә бара. Телебеҙҙең төп лексикаһын һәм
терминологияһын артабан тулыландырыуҙа, уны яңы һүҙҙәр
менән байытыуҙа башҡа телдәрҙәге кеүек үк бер нисә сара
булышлыҡ итә.
Улар араһында яңы һүҙҙәр
яһалыу, әлегә тиклем
ҡулланылған һүҙҙәрҙең
мәғәнәләрен үҫтереү, диалекталь
һүҙҙәрҙең әҙәби телгә үгеп инеүе,
башҡа телдәрҙән һүҙҙәр
үҙләштереү, сит тел һүҙҙәрен
тәржемә итеп алыу бар.

9.

Башҡорт теленең һүҙбяһалыш бүлеге
яңы тел берәмектәренең барылҡҡа
килешен, уның ысулдарын, бындай
берәмектәр – лексемаларҙың структура
төрҙәрен өйрәнә.

10.

Башҡорт теленең дипломатик лексикаһының
бер тамыры төрки телдәр менән уртаҡ
булһа, икенсе тамыры борондан килгән
традицияға ярашлы, “уҡымышлылар”
теленә, ғәрәп-фарсы телдәренә барып
тоташа. Уның өсөнсө тармағын рус һәм
башҡа Көнбайыш Европа телдәренән
үҙләштерелгән дипломатик терминдар
биләй.

11.

Дипломатик терминология ҡатламы
ваҡыт үткән һайын байый бара.
Дипломатик тел һәр сәйәси
лексикаһының мөһим өлөшө һанала.
Төрлө дипломатия һөнәре эйәләрен
әҙерләүҙә был тармаҡ терминдарына
өйрәтеү тел шәхесен тәрбиләүҙең
мөһим бер бурысы булып тора.

12.

МӘКТӘПТӘ
ДИПЛОМАТИК
ТЕРМИНДАРҘЫ
өйрәнгәндә уҡыусылар менән ошо
терминразы
кулланыу,
укыусыларга
мәғәнәһен аңлатыу һәм уларҙы тикшереү
тәҡдим ителә.

13.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
English     Русский Rules